Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Иман
10 Май 2024, 01:10

Һаранлыҡ - хурлыҡ

Берәү доғалары ҡабул булыуын һәм ҡайғылары таралыуын теләһә, ауырлыҡта йәшәүсенең хәлен еңеләйтһен.

Һаранлыҡ - хурлыҡҺаранлыҡ - хурлыҡ
Һаранлыҡ - хурлыҡ

Берәү доғалары ҡабул булыуын һәм ҡайғылары таралыуын теләһә, ауырлыҡта йәшәүсенең хәлен еңеләйтһен.
Берәү бурысын түләргә ниәтләнһә, уға шунда уҡ Аллаһы Тәғәләнән ярҙам килер. Атайыңдың дуҫына барып йөрөү ҙә изгелек.
Дине һәм изге ғәмәленән тыш, берәү ҙә берәүҙән артыҡ түгел. Хурлыҡ өсөн кешегә тотанаҡһыҙ, әҙәпһеҙ, һаран һәм ҡурҡаҡ булыу ҙа еткән.
Аллаһтан ярҙам һораған кешегә - уңыш­һыҙлыҡҡа осрау юҡ, кәңәщләшеп эшләгән кешегә - үкенес юҡ, һаҡлыҡ менән мал тотҡан кешегә — мохтажлыҡ юҡ.
«Аллаһты иҫеңдә тот һәм Аллаһ һине яҡлар; Аллаһты иҫеңдә тот һәм һин Уны үҙеңдең алдында күрерһең; һорайһың икән, Аллаһтан һора; ярҙам эҙләһең икән, ярҙамды Аллаһтан эҙлә. Бел: әгәр халыҡ һиңә яҡшылыҡ эшләү өсөн берләшә икән - ул Аллаһ һиңә алдан әҙерләп ҡуйған яҡшылыҡты ғына эшләй; әгәр халыҡ һиңә яманлыҡ эшләү өсөн берләшә икән ул Аллаһ һиңә алдан әҙерләп ҡуйған язаһын ебәрә икәнен бел», - тип нәсихәт әйткән Ғабдулла ибн Ғәббәскә пәйғәмбәребеҙ.

Һаранлыҡ - хурлыҡ
Һаранлыҡ - хурлыҡ
Автор:Лилия Арсланова
Читайте нас