Көнгәк
+8 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Иман
24 Мая 2024, 01:55

Сабырлыҡ тураһында

«Сабырлыҡ - Йәннәттәрҙәге бер хазина», - тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм.

Сабырлыҡ тураһындаСабырлыҡ тураһында
Сабырлыҡ тураһында

«Сабырлыҡ - Йәннәттәрҙәге бер хазина», - тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм.
Һәм улар - “Сабыр кешеләр, - тигән имам Садиҡ, - иҫәп-хисап алынып та тормай ғына Йәннәттәргә инәсәк».
«Иман нимә була ул?» - тип һорайҙар бер ваҡыт пәйғәмбәребеҙҙән, ғәләйһи-сәләм. «Иман ул — сабырлыҡ менән киң күңелле була белеү», — ти пәйғәмбәр.
Имам Садиҡтың Ҡиәмәт көнөндә бер төркөм халыҡтың Йәннәт ҡапҡаларына килеп, уны шаҡып тора башлауҙары тураһында һөйләгәнен хәтергә төшөрә торған булған Хишам бин Хаҡкам. Уларҙың кемдәр булыуын белергә теләрҙәр: «Беҙ бик сабыр кешеләрбеҙ», - тиерҙәр ҡапҡа төбөнә килгәндәр. «Һеҙҙең был сабырлыҡты ҡайҙан белеп була?» - тигәндәр уларға. «Беҙ Аллаһы Тәғәләгә ғибәҙәттә, Аллаһы Тәғәлә тыйған гонаһтарҙан тыйыла белеүҙә бик сабыр булдыҡ», - тиер кешеләр.
Аллаһ уларға Йәннәттәргә инергә рөхсәт бирер. «Дөрөҫөн генә әйткәндә, Аллаһтың Үҙенең дә бит: «Әйт, Мөхәммәт, Минең бәндәләремдең иманға килгәндәре! Раббығыҙҙан ҡурҡығыҙ. Был фани донъяла игелекле булғандарға Әхирәттә лә игелектәр генә әҙерләнгән. Аллаһтың ере киң, дөрөҫөн генә әйткәндә, сабыр була белгән кешеләргә унда әжер-сауап бер ниндәй иҫәп-хисап алып тормай ғына бирелер», - тигән һүҙҙәре бар.

Сабырлыҡ тураһында
Сабырлыҡ тураһында
Автор:Лилия Арсланова
Читайте нас