Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иман
28 Май , 15:26

Йә, Хоҙай! Был ғәйепме, гонаһмы әллә ғибрәтме???

Ҡиәмәт көнөндә берәүгә ғәмәл дәфтәрен һул ҡулына тотторалар. Белеүебеҙсә, һул ҡулға бирелгән дәфтәрҙә насар ғәмәлдәр генә яҙылған була. Яҙыуҙа ул намаҙ уҡыуҙары, ураҙа тотоуҙары, хәйер-саҙаҡа биреүҙәре хаҡында бер нәмә лә тапмай.

Шунан:

- Әй, Раббым! донъяла мин барлыҡ изге ғәмәлдәрҙе лә үтәнем, ә бында уларҙың береһе лә яҙылмаған, - ти.

- Һин фәлән-фәлән кешене яманлап һөйләгәйнең, - тигән хитап килде Хаҡ Тәғәләнән, - шуға һинең изгелектәрең юҡҡа сыҡты. Улар һин ғәйбәт таратҡан кешегә бирелде.

Нимә һуң ул ғәйбәт? Мөхәммәт пәйғәмбәрҙән бер саҡ иптәштәре ошо хаҡта аңлатыуын һорағас, ул:

- Дин ҡәрҙәшебеҙҙең һушына ла килмәгән һүҙҙәрҙе уның артында һөйләү ул, - тигән.

-Әгәр яманлауыбыҙ дөрөҫ булһа, һөйләргә яраймы?

-Әгәр һөйләгәнең дөрөҫ булһа - ғәйбәт һөйләгән булырһың, дөрөҫ булмаһа - яла яҡҡан булырһың.

Мөхәммәт Рәсүлуллаһ ғәйбәт һөйләүсене лә яратмаған, тыңларға ла рөхсәт итмәгән, уларҙың гонаһтары уртаҡ, тип әйтә торған булған. Сөнки кеше берҙе биш итә, кеше ғәйебен һиңә һөйләгән һинекен дә һөйләүе ихтимал. Башҡаларҙың ғәйептәрен тикшергәнсе, һәр кем үҙенең етешһеҙлектәрен бөтөрһөн, яҡшы кеше рәтенә инергә тырышһын - был олуғ пәйғәмбәребеҙҙең васыяты.

“Дин нәсихәттәре” китабынан.

Йә, Хоҙай! Был ғәйепме, гонаһмы әллә ғибрәтме???
Йә, Хоҙай! Был ғәйепме, гонаһмы әллә ғибрәтме???
Автор:
Читайте нас: