Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иман
28 Июнь , 07:31

Һеҙҙең ошо хаҡта уйланғанығыҙ бармы?

Халыҡ һүҙе дөрөҫ бит ул

АҠЫЛЛЫ ФЕКЕРҘӘР

* Рәнйеш һаҡлама күңелеңдә. Рәнйеткән кешегә бер нәмә лә булмаҫ, рәнйеш һаҡлаған—һаулығы ҡаҡшаған.

* Ҡояш менән бергә тор, бергә ят. Төндә эшләгән эштең һөҙөмтәһе булмай.

* Әйтерҙән алда уйла. Һүҙҙең тылсымы бар. Ауыҙҙан сыҡты ла бөттө түгел. Кире әйләнеп ҡайта ул.

* Көн һайын ниндәй ҙә булһа яҡшылыҡ эшлә. Кеше яҡшылығыңды күрмәһә лә , Хоҙай күрә.

* Тәүҙә—эш, унан—уйын. Тормош кәйеф-сафа ҡороуҙан ғына тормай.

* Аҡыллы күҙәтер, тыңлар, һығымта яһар. Йүләр белмәгәнен ҡысҡырып һөйләр, аҡыл өйрәтер.

* Кешенең һәр әйткәнен вәғәҙә тип ҡабул итмә.

* Ата-әсәңде рәнйетмә. Улар ғәфү итер, әммә Хоҙай алдында гонаһлы булып ҡалыуың бар.

* Бер көнөңдө йылмайыуға бүлеп ҡара. Үҙең яңыса күрерһең, тормошоң йәмләнер.

* Ғәйеплеләрҙе эҙләмә—кем нисек теләй, шулай йәшәй. Кеше йә уның ҡылығы оҡшамай икән—алыҫ йөрө.

* Кемдер һине бәхетле итер тип көтмә. Бәхет һинең үҙеңдән башлана.

https://rbsmi.ru/work/frontend/web/issue-map/update/2062751

Һеҙҙең ошо хаҡта уйланғанығыҙ бармы?
Һеҙҙең ошо хаҡта уйланғанығыҙ бармы?
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас: