Конгэк
-2 °С
Болотло
TelegramОКVKdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иман
19 Июль , 07:15

МИҺЫРБАНЛЫҠ НУРЫ

Ғайса пәйғәмбәр ҡом сүлдәре аша барғанда бер ауыл эргәһендә ҡоҙоҡ янына туҡтала...

МИҺЫРБАНЛЫҠ НУРЫ
МИҺЫРБАНЛЫҠ НУРЫ

Ғайса пәйғәмбәр ҡом сүлдәре аша барғанда бер ауыл эргәһендә ҡоҙоҡ янына туҡтала. Сарсауын баҫырға теләй, ләкин ҡоҙоҡтан һыу алыр һауыт-фәлән юҡ. Һыу алырға килеүселәрҙе көтә. Бер йәш ҡатын килә. Пәйғәмбәр һыу биреүҙе һорай.
— Яттарға беҙҙә һыу эсертеү ғәҙәте юҡ, — ти ҡатын.
— Әгәр минең кем икәнлегемде белһәң, үҙең минән эсергә тере һыу һорар инең әле, — ти мосафир.
— Әле ҡоҙоҡтан үҙең үҙ алдыңа эсә алмағанды, һин нисек бүтәндәргә һыу эсерер инең икән, — ти ҡатын.
— Һеҙҙең ҡоҙоҡ һыуы — кире һыуһата торған ағыр һыу. Ә мин бирер һыу танһыҡтарҙы бер юлы ҡандырыр тере һыу. мәңге йәшәтер һыу, — ти мосафир.
Мосафирҙың хикмәтле һүҙенә күңеле иреп, йәш ҡатын һыу алып эсерә лә әйтә:
— Һин хикмәтле әҙәм, пәйғәмбәрһеңдер, ахырыһы, — ти.
— Эйе, мин — әүлиә зат, — ти Ғайса. — Әҙәмдәргә миһырбанлыҡ нуры таратам, яҙыҡ-гонаһтарынан арынырға ярҙам итәм, Хоҙайҙың олуғ тәғлимәттәрен күндерәм.
Ғайса, рәхмәт әйтеп, үҙ юлы менән китә. Пәйғәмбәргә сарсауы баҫылғансы һыу эсергән ҡатып күңелендә миһырбанлыҡ нуры ҡала. Хикмәтле һүҙҙәрҙән зиһене асыҡлана, күңеле сафлана.
Дини календарҙан.

МИҺЫРБАНЛЫҠ НУРЫ
МИҺЫРБАНЛЫҠ НУРЫ
Автор:Лилия Арсланова
Читайте нас: