Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иман
19 Июль , 08:10

Ошоларҙы иҫеңдә тот! Был донъяға кейемһеҙ килеп, шулай китәбеҙ.

Күптәр бай, етеш тормош тураһында хыяллана. Юғары эш хаҡы алырға, зауыҡлы, юғары сифатлы кейем кейергә, иң һуңғы моделле машинала йөрөргә, бай йортта йәшәргә ынтыла. Кемдәргәлер быларҙың барыһы ла еңел генә бирелә, ә күптәргә, иртәнән алып кискә тиклем тырышып эшләүҙәренә ҡарамаҫтан, был турала хыялланырға ғына тороп ҡала.Ни өсөн шулай һуң?

Ризыҡ биреүсе — Әр-Раззаҡ исемле Аллаһ.

Был һорауға яуап ризыҡ төшөнсәһенә барып тоташа.
Ризыҡ һәр бер йән эйәһенең был донъялағы өлөшө. Күптәр, ризыҡ һүҙе ашамлыҡты аңлата, тип уйлай. Ризыҡ матди ҙә, рухи ҙә була ала. Кейем, йорт, машина, аҡса, аҙыҡ кеүек әйберҙәр матди, ә белем, диплом, иман рухи ризыҡ булып иҫәпләнә алалар.
Мосолмандар ризыҡты Аллаһ ҡына биреүенә ышаналар: “Аллаһ һеҙҙе донъяға яратты, шунан ризыҡ бирҙе, шунан Ул һеҙҙе үлтерә лә, ҡабат терелтә” (Әр-рум сүрәһе, 40 аят).
Күптәр ризыҡ Аллаһтан икәненә ышанмай. Динһеҙҙәрҙән шундай һүҙҙәр ишетергә була: ‹Байлыҡ-мөлкәтемде үҙемдең белемем, аҡылым ярҙамында үҙ ҡулдарым менән эшләп алдым, миңә берәү ҙә ярҙам итмәне›. Динде аңлап етмәгәндәр үҙҙәренең алған һөнәрҙәренә ышаналар. Һөнәребеҙ беҙҙе ашата тип иҫәпләйҙәр. Был уларҙың оло хатаһы. Бындай фекерҙәр Ислам диненә, Ҡөрьәнгә ҡаршы килә. Беҙҙең һөнәребеҙ ҙә, белемлебеҙ ҙә, аҡылыбыҙ ҙа, дәрәжәбеҙ ҙә, вазифабыҙ ҙа ризыҡ сығанағы була алмай. Беҙ уларҙы бары тик ризыҡ йыйыу шарттары тип әйтә алабыҙ, сөнки ризығыбыҙҙың берҙән-бер сығанағы-исеме Әр-Раззаҡ булған Аллаһ.
Быларҙы яҡшыраҡ аңлау өсөн миҫалдар килтерәбеҙ:
1) Яҙ етһә, баҫыуҙарҙа эш башлана һәм ҡара көҙгә тиклем дауам итә. Игенселәр агротехник сараларҙы тейешенсә үтәһәләр ҙә, фәнгә таянып эш итһәләр ҙә, ҡайһы бер йылдарҙа уңышһыҙ тороп ҡалалар.
2) Бер кешенең бик бай туғаны була. Берҙән-бер көндө бай туғаны ҡапыл үлеп китә, һәм был кеше үҙенең берҙән-бер вариҫ икәнен белә. Был уның ризығы. Ысынлап та, Аллаһ теләгән кешеһен хисапһыҙ ризыҡландыра. Беренсе осраҡта игенсе ерен тырышып эшкәртһә лә, ризыҡ йыйыу шарттарын үтәһә лә, уңышһыҙ тороп ҡалыуы мөмкин.Ә икенсе осраҡта ҡыл да ҡыбырҙатмаған кеше ҙур байлыҡтарға эйә булыуы мөмкин. Быларҙан сығып, шундай һығымта яһай алабыҙ: беҙҙең һөнәребеҙ, ҡылған ғәмәлдәребеҙ ризыҡ сығанағы була алмай. Кемгә күмпе ризыҡ бирергә, ә кемгә бирмәскә Аллаһ үҙе хәл итә. Һәр кемдең ризығы тыумаҫ борон яҙылған. Һиңә тигән ризыҡ эргәңдән үтеп китә алмай, кәмей ҙә күбәйә лә алмай. Ризығын йыйып бөтмәйенсә, кеше үлмәй. Әгәр ризыҡ алдан билдәләнгән икән, диванға ҡырын ятып көтөргә генә ҡала тигән һүҙ түгел. Ризыҡ алдан уҡ кешегә билдәләнгән һәм яҙылған, кешегә иң кәмендә шул ризыҡҡа ҡаршы барырға ғына кәрәк. Шуныһын оноторға ярамай, үҙеңә яҙылған ризыҡҡа ҡаршы барһаң ғына юлдарың еңеләйтелер. Бөтә кешеләр ҙә бер төрлө түгел, кемдер йырларға – бейергә ярата, кемдер ҡул эштәренә оҫта, кемдер алыш-биреш, сауҙа эштәрен үҙ итә, кемдер ғалим итеп яратылған. Һәр кем үҙенең эше менән шөғөлләнергә тейеш, икенсе төрлө әйткәндә, һәр кемдең үҙ ризығы, һәм уға барыу юлдары еңеләйтелгән. Әйтәйек, берәү ғалим итеп яратылған икән, ризығы уны ғилми өлкәлә көтә. Аллаһы Тәғәлә ризығын биргәс, уны йыйыу юлын да еңеләйткән: уға яҡшы хәтер, аҡыл, логик фекерләү һәләте биргән. Ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында был кеше сауҙа өлкәһенә күсһә, эше бармаясаҡ, бурысҡа ғына батасаҡ. Әгәр кеше үҙ урынында булһа, Аллаһ билдәләгән ризыҡты үҙ яйы менән, артыҡ көсәнмәйенсә еңел генә аласаҡ. Шарифулла олатайым әйткәнсә: “Килер ризыҡ еп менән тартһаң да килер, ә килмәҫ булһа арҡан менән тартһаң да килмәҫ”.
Мөлкәтебеҙҙең үҙебеҙ өсөн тотонолған, файҙаланылған өлөшө генә беҙҙең ризыҡ , ә мөлкәтебеҙҙең үҙебеҙ өсөн тотонолмаған, файҙаланылмаған өлөшө беҙҙең ризыҡ түгел әле.
Бер кешенең банкта һаҡланған миллиард доллары бар икән-был уның ризығы тигән һүҙ түгел әле. Банктағы иҫәбенән алып үҙе өсөн тотонған өлөшө генә уның ризығы була ала. Ә сумманың ҡалған өлөшө банктың ризығы йәки, үҙе үлеп китһә, вариҫтарыныҡы.
Был кеше үҙе иҫән саҡта күп байлыҡтар эйәһе булып һаналһа ла, банктағы иҫәбендә ҙур суммалар ятһа ла, ул кешене ҙур ризыҡ эйәһе булған тип әйтеп булмай, сөнки банктағы иҫәбенән үҙе өсөн тотонған өлөшө бик бәләкәй. Ҙур эш хаҡы йәки килем байлыҡты ғына арттыра, ә ризыҡты түгел.
Һәр кемдең ризығы тыумаҫ борон билдәләнгән, һәм ул үҙгәрмәй.
Боронғоларҙан ҡалған риүәйәт.
Бер кеше Муса пәйғәмбәргә :”Һин, Муса, Раббыңдан минең ризығымды арттырыуын һора әле”,- тип әйтә. Муса пәйғәмбәр был кешенең һорауын Раббыһына еткерә һәм Унан шундай яуап ала: “О, Муса! Мин был кешенең ризығын нисек бар шулай билдәләнем һәм ул үҙгәрмәйәсәк. Уның ризығы – көнөнә ике динар”. Муса яуапты был кешегә әйтә. Күпмеләр ваҡыттан һуң ул тағы ла Муса пәйғәмбәр янына килә һәм әйтә: “Һинең Раббың уның ризығы көнөнә ике динарҙан артмаҫ тип әйтһә лә, мин әлеге ваҡытта көнөнә егерме динар эшләйем. Муса, һинең Раббың йә яңғылышҡан, йә алдаҡсы”. Муса пәйғәмбәр тағы ла Аллаһҡа мөрәжәғәт итә һәм Ул: “Был кешенең ризығы үҙгәрешһеҙ – көнөнә ике динар. Ләкин был ваҡыт эсендә ул ғаилә ҡорҙо, һәм ҡалған ун һигеҙ динар – ҡатынының ризығы, һәм ҡатынын ҡарау уның бурысы,”- тип әйтә.

Интернеттан "Күңелем һандығы".

Ошоларҙы  иҫеңдә тот! Был донъяға кейемһеҙ килеп, шулай китәбеҙ.
Ошоларҙы иҫеңдә тот! Был донъяға кейемһеҙ килеп, шулай китәбеҙ.
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас: