ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иман
2 Август , 06:45

Шөкөр һәм тәүбә

Бәндәнең ерҙә йәшәр йылдары - ғүмер - Аллаһы тәғәлә тарафынан һөйөнөп йәшәү өсөн дә, һөйөү билдәһе итеп тә бирелгән.

Шөкөр һәм тәүбә
Шөкөр һәм тәүбә

Бәндәнең ерҙә йәшәр йылдары - ғүмер - Аллаһы тәғәлә тарафынан һөйөнөп йәшәү өсөн дә, һөйөү билдәһе итеп тә бирелгән.
Әгәр ҙә берәү ҡәрҙәштәренән берәүҙе һыуһағанда һыу менән генә һыйлаһа ла ҡәрҙәше уға рәхмәт әйтеп китә. Рәхмәт әйтә белеүе - уның күркәм холоҡло, әҙәпле булыу билдәһе. Кешегә рәхмәт әйтә, ә бына үҙенә гүзәлдәрҙән гүзәл ғүмер, ғүмер итергә етерлек ниғмәттәрен биреп торған Аллаһыға - Раббыһына шөкөр итә белмәй.
«Әл-хәмдү лил-ләһ!» һүҙен бик һирәк ҡуллана. Диндә наҙанлығы, ғәмһеҙлеккә бирелеүе, томаналығы арҡаһында үҙенең дәрәжәһен төшөрөп, ҡараңғылыҡҡа инеп китергә генә тора. Күңелде әсир итеүсе моңға оҡшап нәфсеһе генә тороп ҡала. Ҡараңғылыҡҡа инеп киттеме - уның иманы ла, ҡәҙере лә, хаҡ юлды табырға тырышлығы ла юҡҡа сыға.
Донъяға күҙен асҡанда сабый күңеле аҡ ҡағыҙ кеүек була. Ҡөрьән нәсихәттәре, дин, әҙәпле ғаилә уға ошо керһеҙ күңелен, тәбиғи сафлығын һаҡлап ҡалыу мөмкинлеге бирә. Ошо мөмкинлекте ҡулда тота белгәндәр - бәхетле, ҡулдан ысҡындырып ебәргәндәр бәхеттең тәмен дә татып ҡарамай донъя көтөргә дусар ителә. Бындай хәлдәрҙе беҙ аҙым һайын күреп, ишетеп, осратып торабыҙ.
Шуға ла дин беҙҙе бары менән шөкөр итеп йәшәргә, шөкөр итергә кәрәклеген онотоп киткән саҡтарыбыҙ булһа, тәүбәгә килергә өндәп кенә тора.

Дини календарҙан.

Шөкөр һәм тәүбә
Шөкөр һәм тәүбә
Автор:Лилия Арсланова
Читайте нас: