Техникумда көрәш секцияһына йөрөнөм, ярайһы ғына йоҙроҡ та болғай беләм. Тик үҙемдән дүрт йәшкә өлкән ағай тейешле ауылдашым туҡмалып, зәғифләнеп ҡайтҡас, армияға бер ҙә барғым килмәй. Өндәшмәй генә йөрөһәләр ҙә, тиҫтерҙәремдең дә хеҙмәт иткеһе килмәгәнен белеп йөрөйөм. Тәрбиәнән генә түгел был тойғо, заманы шундай ине – үткән быуаттың 80-се йылдар аҙағы.
Ике ай күнекмә үткәс, хәрби часҡа килеп, оҙаҡ та үтмәне, бер бәләкәй генә эшләп еткермәгән эшем өсөн мине “тәрбиәләп” алмаҡ булдылар. Минең йоҙроҡта ла көс етерлек. Танауҙы емереүҙәренә ҡарамаҫтан, бирешмәйем, ә былар дүртәүләп типкеләргә тотондо. Шул ваҡыт өләсәйем бәләкәй саҡта өйрәткән “Аятел-Көрси” доғаһы телгә килде. Үҙем дә һиҙмәҫтән ҡысҡырып уҡый башланым. Ни ғәжәп – былар шып туҡтаны! Туҡтау ғына түгел, икеһе ике яҡтан тартып торғоҙҙо. Ғәфү үтенеүен үтенмәнеләр, шулай ҙа ике йыл хеҙмәт иткәнсе миңә ҡул һуҙған кеше булманы.
Бына утыҙ биш йыл инде ошо доғаһыҙ бер эш тә башламайым, юлға ла сыҡмайым. Ул мине бәлә-ҡазаларҙан һаҡлай. Уҡыған һайын өләсәйемде иҫкә төшөрәм, “Аятел-Көрси”ҙе өйрәткәне өсөн уға рәхмәт әйтәм.
Шулай ҙа иң мөһиме - армияға ныҡлы физик һәм рухи әҙерлек менән барырға кәрәк тип кәңәш бирәм. Һәр ир-егет үҙ Ватанының көслө һаҡлаусыһы булырға тейеш!
Сулпан ҒӘЗИЗОВ.