ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иман
30 Август , 06:45

ЙОМАЛА ЭШ ЭШЛӘРГӘ ЯРАЙМЫ?

Яуап:

ЙОМАЛА ЭШ ЭШЛӘРГӘ ЯРАЙМЫ?
ЙОМАЛА ЭШ ЭШЛӘРГӘ ЯРАЙМЫ?


Һорау: Әссәләмү ғәләйкүм! Йомаға тиклем эш эшләргә ярау-ярамау тураһында мәғлүмәт кәрәк ине.

Яуап: Үә ғәләйкүм әссәләм үә рәхмәтүЛлаһ!

Ислам динендә, ниндәйҙер көндә эш эшләргә ярамай, тигән бер ниндәй ҙә тыйыу юҡ. Берҙән-бер тыйыу – йома намаҙы мәлендә мосолман ир-егеттәр мәсеткә йома намаҙына бармай йөрөп ҡалырға тейеш түгел (эшләп йөрөймө, өйҙә ял итеп ятамы – мөһим түгел, йома намаҙына килмәгәндәр икән, икеһе лә берҙәй ауыр гонаһлы).

Ҡатын-ҡыҙҙарға был тыйыу ҡағылмай. Йома намаҙы мәлендә, әйтәйек, өйҙә иҙән йыуып йөрөймө, әллә кибеттә һатыу итеп торамы һәм башҡаһы – уның эше, бер кем дә уға шелтә белдерә алмай. Ҡатын-ҡыҙҙарға йома намаҙына барыу фарыз (мотлаҡ) ителмәгән, был уларҙың үҙ иректәрендә (барғылары килһә, бөтә шәриғәт әҙәптәрен һаҡлап, бара алалар).

Йома намаҙы өйлә намаҙының ваҡытына тура килә (төшкө намаҙ). Ир-егеттәр алдан быны хәстәрләп (эштә алдан уҡ етәкселәр менән килешеп ҡуйып, мәҫәлән), һәр йома ошо мәлдә мәсеттә булырға тейеш. Бер ниндәй эш тә, бер ниндәй етәксе тыйыуы ла йома намаҙына бармау гонаһын аҡлай алмай.

Йома алдынан эшләргә ярамай, тигән ҡағиҙә йома намаҙына барырға алдан әҙерләнеү зарурлығы менән бәйлелер. Аллаһ йортона Аллаһҡа ҡунаҡҡа барырға йыйынған кешенең иртәнсәктән таҙарынып, таҙа кейемдәрен әҙерләп, ғөсөлләнеп, хуш еҫтәр һөртөнөп, мөмкин тиклем иртәрәк мәсеткә юлланыуы – йоманың сөннәттәренән. Ҡайҙалыр ихатала бысранып, тирләп, йомаға шул хәлдә ашыҡ-бошоҡ ҡына инеп китеү хупланмай. Ҡатын-ҡыҙҙың да тап йома көнөн үҙ өйө эсендә ғибәҙәттәр өсөн айырып ҡалдырыуы яҡшы. Күберәк Ҡөрьән уҡыһын, зикерҙәр әйтһен, өҫтәмә намаҙҙар ҡылһын. Донъя эштәре, ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр өсөн аҙнаның бүтән көндәре лә күп, әлхәмдүлиЛләһ.

Ғөмүмән, һәр йома – мосолмандар өсөн бәләкәй генә бер байрам. Был көндә үҙегеҙ ҙә, балаларығыҙ ҙа таҙа, матур кейемдәрҙә йөрөргә, ғаилә менән матур табын артына йыйылышырға тырышығыҙ. Балаларҙы аҙнаның тап ошо көнөндә берәй тәмле нәмә менән һыйлауҙы, йә уларға аҡса биреүҙе, бергәләшеп ултырып берәй дини китап уҡыуҙы ғәҙәт итеп алырға мөмкин (балалар бәләкәйҙән йоманың изге көн икәнен белеп, тойоп үҫһен өсөн).

Әммә, ҡабатлап әйтәбеҙ, йома көнө эшләргә ярамай, тигән айырым тыйыу юҡ. Кемдер был көндә йома намаҙынан алда ла, йома намаҙынан һуң да (ҡатын-ҡыҙҙар – йома намаҙы мәлендә лә) эш менән булышһа, бының өсөн гонаһ алмай.

Ә Аллаһ яҡшыраҡ белә.

© "Башҡорттарға – дин!" төркөмөнән

https://vk.com/utkarma_yasin

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: