Конгэк
+14 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иман
14 Сентябрь , 06:35

ӘНЕЙЕМ

Әнейебеҙ сығышы менән Ишембай районы Кинйәбулат ауылынан. Ул беҙҙең эшселәр ҡасабаһына 1947 йылда килен булып төшкән. Үҫмер йылдары һуғыш ваҡытына тура килеп, ғаиләлә оло ҡыҙ булғанға күрә, тормоштоң ауырлығын күреп үҫә. Атаһы 1937 йылда репрессияға эләгеп, һөргөнгә оҙатыла һәм унан әйләнеп ҡайтмай. Ағаһы Бөйөк Ватан һуғышы ҡорбаны булып, егерме өс кенә йәшлек лейтенант Курск ерендә мәңгелеккә ятып ҡала.  

ӘНЕЙЕМ
ӘНЕЙЕМ

Әнейебеҙ сығышы менән Ишембай районы Кинйәбулат ауылынан. Ул беҙҙең эшселәр ҡасабаһына 1947 йылда килен булып төшкән. Үҫмер йылдары һуғыш ваҡытына тура килеп, ғаиләлә оло ҡыҙ булғанға күрә, тормоштоң ауырлығын күреп үҫә.

Атаһы 1937 йылда репрессияға эләгеп, һөргөнгә оҙатыла һәм унан әйләнеп ҡайтмай. Ағаһы Бөйөк Ватан һуғышы ҡорбаны булып, егерме өс кенә йәшлек лейтенант Курск ерендә мәңгелеккә ятып ҡала.  

Әнейемде ун биш йәше тулыу менән уны бер нисә айлыҡ курс үткәндән һуң, тракторға ултырталар. Бик отҡор, теремек ҡыҙ булғас, слесарь һөнәрен дә тиҙ үҙләштерә. Шуғалыр ҙа, уға ышанып, иң иҫке трактор биреп ҡуялар. Ир-аттар һуғышта булғас, ҡатын-ҡыҙҙарға ауыр эштәрҙә эшләргә тура килә. Ул башҡа төрлө колхоз эшенән дә ситтә ҡалмай.

Әнейемдең тауышы бик матур ине, уны бер нисә тапҡыр Өфөгә уҡырға ла саҡырып ҡарағандар. Өләсәйем генә:

- Ҡыҙымды кейәүгә бирәм, артист итмәйем, уларҙың ғаиләһе булмай, - тип ҡаршы төшкән.

Ул заманда ете йыллыҡ мәктәпте Маҡтау грамотаһы менән уңышлы тамамлаһа ла, артабан уҡырға форсат булмай. Шул ҡәһәр һуҡҡан һуғыш күпме кешенең яҙмышын үҙгәртеп, яҡты хыялын селпәрәмә килтергән...

Әнейем шул тракторсы булып эшләгән сағын һөйләргә ярата торғайны. Бер ваҡыт яҙғыһын шул иҫке тракторында, кискә тиклем ер һөрөп йөрөгәнендә, яҡында ғына бүреләрҙең үтеп барғанын күреп ҡала. Тракторы йыш ҡына һүнеп, уны ҡабыҙып эшләп йөрөгән әнейем, ҡурҡыуға ҡала. Эстән генә белгән сүрәләрен уҡый-уҡый эшен дауам итә. Эй, Хоҙайым, әсәйем, һеңлеләрем, әсәйем, буласаҡ балаларым хаҡына тракторым һүнеп кенә ҡуймаһын инде, тип теләй. Бәхеткә күрә, техника һүнмәй, бүреләр иһә ары китә.

Әнейем әсәһе, һеңлеләре йәшәгән ауылға йыш ҡына тәүге автобус менән ҡунаҡҡа барып, кискеһе менән әйләнеп ҡайта ине. Беҙҙең ғаиләлә өс, ә һылыуҙарында күмәк бала була торғайны. Улар йәй буйы колхоздың сөгөлдөр эшенән бушаманы. Әней уларға йөн иләп бирә ине. Бер һеңлеһе 1965 йылда өй ҙә төҙөп, сөгөлдөр ҙә утап, береһенән-береһе бәләкәй балаларын да ҡарап өлгөрә алмағас, беҙҙе каникулда ярҙамға ебәргәнен хәтерләйем. Ул саҡта үҙебеҙ ҙә бала-саға ғына булһаҡ та, баҡса утарға яраныҡ. Өлкән апайым сөгөлдөр уташты. 80-се йылдарға тиклем колхоз кешеләренә йүнле эш хаҡы ла түләмәнеләр, шуға күрә бик тырышып йәшәгәндәре генә өй һалып инә алды.

Колхозсыларға 1974 йылда ғына паспорт бирә башланылар. Шуға тиклем ауыл кешеләренең ҡалаға күсеп китергә лә хоҡуғы булмаған. Документ алғас, әнейемдең ауылдаштары беҙгә яҡын ҡалаға эшкә килә башлаған. Минең үҫмер саҡ, бер көн әней өйҙә юҡта уртансы апай менән шкафта ятҡан документтарҙы алып уҡыныҡ. Бигерәк тә «Домовая книга» тигәне иғтибарҙы йәлеп итте. Ул шул тиклем матур почерк менән яҙылғайны, һоҡланып ҡарап ҡына торорлоҡ. Ундағы яҙыуҙарҙан беҙҙең йортта байтаҡ кешенең теркәлгән булыуын аңланыҡ. Уларҙың барыһы ла әнейемдең ауылдаштары ине. Ҡалаға йомошо төшкәндәр ҙә, баҙарға әйбер һатырға килгәндәр ҙә беҙгә төшә торғайны. Ҡайһылары бер төн йоҡлап сыҡҡаны хәтерҙә. Ат менән килһәләр, был беҙҙең өсөн ваҡиға була торғайны.

Бер көн әней Шәһиҙә һеңлеһенә барып ҡайтҡас, бына апайығыҙ һеҙгә быймаға тип аҡ йөн бирҙе, тине. Шунан күпмелер ваҡыттан быйма баҫтырам тип ҡалаға  барып килде. Уларҙы алып ҡайтҡас, беҙ аптырап ҡалдыҡ. Ни күҙебеҙ менән күрәйек, көткән аҡтары урынына апайыма ҡара, ә миңә төрлө төҫтәге йөндән баҫылған быйма эләкте. Ә ниңә аҡ түгел, һин бит аҡ йөн алып киткәйнең, тигәс, ул беҙгә ни өсөн шулай килеп сыҡҡанын аңлатты. Баҡһаң, ул пимокатҡа барғас, күрше ауыл кешеһен осратҡан. Ул ир шул тиклем меҫкен ҡиәфәттә баҫып тора икән. Әнейемдең сумканан сығарып һалған аҡ һарыҡ йөнөн күргәс, апай, зинһар, ҡотҡар мине, тип ялбара башлаған. Баҡһаң, ул юлда атта килгәндә, ҡатынына тип алған бер төргәк аҡ йөнөн төшөрөп ҡалдырған икән. Аҙыраҡ эскән булғас, абайламай ҡалған.

Бына, апай, миндә йөндөң ниндәйе генә юҡ, бала-сағаға ярамағанмы ни ниндәй төҫтә лә, тип ялынған. Әнейем яҡташын йәлләп, риза булған.

Миңә тигәне бер төрлө сәйер генә күренһә лә, тора-бара хатта үҙемә оҡшай башланы. Көрән, күк, аҙыраҡ аҡ төҫтән торған аяҡ кейеме тик миндә генә ине. Башҡа берәүҙә лә күргәнем булманы.

Әнейемә бер аҙ аптырап та, һоҡланып та ҡуям. Ауылдаштарына, туғандарына ярҙамсыл кеше ине үҙе...

Һүрәттә: Атайым, әсәйем, өләсәйем, Клара һәм Фирҙәүес апайҙарым.

Дилара МӨХӘМӘТШИНА.

 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: