...Үҙеңде ҡуя бел. Миңә ярай ул, тимә. Һин бер кемдән дә кәм түгел. Яҡты донъяға беҙ барыбыҙ ҙа тиң хоҡуҡлы кешеләр булып тыуғанбыҙ. Тәбиғәт тыуымда ла, үлемдә лә бер кешегә лә өҫтөнлөк бирмәй, береһенә лә ташлама яһамай. Тик беҙ үҙебеҙ генә үҙебеҙҙе төрлө кимәлгә ҡуябыҙ. Әлбиттә, атай-олатай, әсәй-өләсәйҙәрҙән ҡалған рухи ныҡлыҡ йәки ҡаҡшағанлыҡтың тәьҫире эҙһеҙ ҡалмай, әммә был хаталарҙы һин төҙәтергә һәм үҙеңдең ҡан нәҫелеңә ыңғай йоғонто яһарға тейешһең.
(М. Бураҡаева "Арғымаҡ")