Конгэк
-1 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иман
10 Октябрь , 15:43

Һеҙҙең тәҙрәгеҙҙе кемдәр шаҡый?

Миҙгел алмашынған мәлдә йыш ҡына сырхаулап алабыҙ. Күптәр тап шул мәлдә донъяла иң ҡәҙерлеһе һаулыҡ икәнлеген аңлай. Әммә уның һаҡлауға мохтаж байлыҡ икәнлеген онотмайыҡ һәм сәләмәт булайыҡ! Беҙ яҡындарыбыҙға һау килеш кәрәк.

Берәү ишек шаҡый...Һин кем тигәс,
Байлыҡ тиеп миңә өндәште.
Байлыҡ - көнлөк... Ныҡлап төшөрөп ҡуйҙым
Ишектәге бикле келәне.

Индермәнем...Хәләл түгел,
Килешмәй ул һәр бер кешегә.
Дүрт аяҡта тәгәрләгән тормош
Уйламаҫтан бер көн кителә.

...Елҡапҡанан кемдер атлап уҙҙы,
Танып ҡалдым ап-аҡ эҙенән.
Бәхет тиеп үҙен таныштырҙы
Күҙен алмай минең күҙемдән.

Үҙ һүҙемде әйттем... Бәхет бит ул -
Таш аҫтында була, тәрәндә.
Булғанынан риза... Мин шуныһын
Һаҡлап йөрөтәм йөрәк тирәмдә.

Күп тапҡырҙар күңел ишектәрен
Шаҡып ҡараманы кем генә.
Ә бер көндө ишек тупһаһына-
Һаулыҡ баҫты хәлде белергә.

Иң ҡәҙерле, яҡын ҡунаҡ итеп
Урын бирҙем түрҙән үҙенә.
Ҙур байлығым һин ул тигән инем,
Бәхет килде тәҙрә төбөмә.

Һаулыҡ — терәк... Шунан айырылмайыҡ,
Бөгөнгөһө беҙгә иң ҡиммәт.
Ғүмер биргән атай-әсәйҙәргә
Тыуҙырғаны өсөн мең рәхмәт!

Динар Хайруллин.

Һеҙҙең тәҙрәгеҙҙе кемдәр шаҡый?
Һеҙҙең тәҙрәгеҙҙе кемдәр шаҡый?
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас: