ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иман
9 Ғинуар , 16:23

Киләсәк һәм үткәндәр тураһында аҙыраҡ уйланығыҙ

КӨНСЫҒЫШ МЕДИЦИНАҺЫ КӘҢӘШТӘРЕ. Ошоларҙы йыш ҡына уҡып йөрөгөҙ!

Йөҙөгөҙҙән бер ваҡытта ла йылмайыу китмәһен, күҙҙәрегеҙ көлөп торһон һәм йөрәгегеҙ һөйөүгә тулы булһын. Был барлыҡ ауырыуҙарҙы ла иҫкәртеү сараһы.
Һеҙ күңелһеҙләнгән, көйгән, күңел төшөнкөлөгөнә бирелгән саҡта, илағанда һәм борсолғанда ағзаларығыҙ ағыу бүлеп сығара, ә бына көлгәндә улар балдай шифалы шыйыҡса етештерә.
Беҙ бөгөн шундай юғары тиҙлек менән йәшәйбеҙ, хатта күптәр өсөн көн аҙағында баш ауырыуы ғәҙәти хәл. Күтәрелгән баҫым (үҙебеҙҙең ҡан баҫымы ла, тирә-яҡ мөхиттән килгәне лә) менән нимә эшләргә? Нисек кенә сәйер тойолмаһын, бер нәмә лә эшләргә кәрәкмәй, ә ни бары ниндәй генә ҡатмарлы осраҡта ла йылмайырға һәм үҙегеҙҙе лә, тирә-яҡты ла шулай ыңғайға көйләргә.
Башта күңелеңдән йылмайыуҙың мөһимлеген аңлап етмәҫһегеҙ ҙә, әммә тора-бара ул һеҙҙең тормоштоң алыштырғыһыҙ бер өлөшөнә әүерелер.
Ҡайҙа ғына булһағыҙ ҙа, торһығыҙмы-ултыраһығыҙмы – йылмайығыҙ, көсөргәнештән арынығыҙ, йөрәгегеҙгә һөйөү тулышһын һәм ошо тулҡын бар тәнегеҙ буйлап таралһын.
Аҙыраҡ һөйләгеҙ
Аҙыраҡ һөйләгеҙ, нимә һәм ҡасан әйтерегеҙҙе ныҡлы уйлағыҙ һәм һүҙҙәрҙе һайлағыҙ. Урынлы әйтелгән һүҙ – иң ҡиммәте, ә шым тороу һаулыҡҡа яҡшы.
Аҙыраҡ борсолоғоҙ һәм күберәк эшләгеҙ
Киләсәк һәм үткәндәр тураһында аҙыраҡ уйланығыҙ, сөнки тап шул борсолоуҙарҙың сәбәбе булып тора, ә ул үҙ сиратында стресҡа килтерә.
Бының урынға мөмкинлегегеҙ булған саҡта иғтибарығыҙҙы тупларға өйрәнегеҙ, был ярҙамлаша һәм кисерә белгәндә үҙенән-үҙе килеп сыға.
Аҡылығыҙҙы үҫтерегеҙ
Аҡыл һәм йөрәк күп кенә көнсығыш телдәрендә бер үк һүҙ менән белдерелә. Шәхси амбицияларығыҙҙы ситкә ҡуйып, йөрәгегеҙҙе тыңлай башлаған саҡта барлыҡ ауырыуҙарығыҙҙан арыныуығыҙ ихтимал.
Аяҡтарҙы йылыла тотоғоҙ
“Башты һалҡында, аяҡтарҙы йылыла тот” тигән кәңәш бар. Был рәүешле артыҡ күп энергия башта тупланыуын һаҡланырһығыҙ, сөнки энергияның күп булыуы ҡан баҫымы күтәрелеүенә килтерергә мөмкин.
Ә аяҡтарҙы йылыла тотҡанда ошо энергия табандарға табан йүнәлә, был йөрәк ауырыуын иҫкәртергә ярҙам итә. Шуға аяҡ табандарын ыуып, йылытып тороғоҙ. Шунан бөтә энергияны кендектә туплағыҙ, ул да йылы булырға тейеш.
Муйынды йылыла тотоғоҙ.
Иң мөһим ағзабыҙ – мейегә бәйләнгән ҡан тамырҙары һәм нервылар муйында күп урынлашҡан. Шуға муйынға бик ҙур иғтибар бүлеү зарурҙ ул йылыла булһын, көсөргәнеш кисермәһен.
Саманан артыҡ ашап-эсеү ҙә һаулығығыҙға кире йоғонто яһай.
Йыуынғандан һуң йәки тирләп елгә сыҡмағыҙ.
Аҡыллы туҡланыу
Ризыҡланғандан һуң оҙаҡ ултырырға йәки ятырға тура килмәһен өсөн артыҡ күп ашамағыҙ, сөнки был ғүмерегеҙҙе ҡыҫҡарта.
Туйғансы табын артынан тороп китегеҙ, бер аҙ йөрөп килегеҙ һәм бер ҡасан да йоҡларҙан алда ашамағыҙ.Әҙ, әммә йышыраҡ ашағыҙ. Был рәүешле аш һеңдереүегеҙ яҡшырыр һәм биш мөһим ағзағыҙ көсөргәнеш кисермәҫ.
Һәр нәмәлә сама белегеҙ
Оҙаҡ йөрөү тарамыштарға зыян, оҙаҡ ултырыу мускулдарға зыян, оҙаҡ тороу һөйәктәргә зыян, оҙаҡ ятыу йәшәү энергияһына зыян, артыҡ оҙаҡ хыялға бирелеү ҡанға зыян.
Асыуланыу, ҡайғырыу, үкенеү кеүек артыҡ ныҡ шатланыу һәм ҡәнәғәтләнеү тойғоһо ла зыянлы. Һәр нәмәлә алтын урталыҡ һаҡларға тырышыу яҡшы.

"Рухиәт, доғалар" төркөмөнән.
 
Киләсәк һәм үткәндәр тураһында аҙыраҡ уйланығыҙ
Киләсәк һәм үткәндәр тураһында аҙыраҡ уйланығыҙ
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас: