ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иман
14 Ғинуар , 09:43

Балағыҙҙы оҙатҡанда һеҙ ҙә ошолай өҙгөләнәһегеҙме?

Балам юлға сыға

Балам юлға сыға. Өйөрөлөп,
Бер алдына сығам, бер артына,
(Кескәй саҡтарылай ҡосаҡларға,
Үпәс итергә лә гел тартынам).

Быуа йырылыр ҙа күҙҙәремдән
Йәшем ағыр төҫлө субыр-субыр,
Аҡ юл теләп, доға ҡабатлайым
Ауыҙ эстәренән шыбыр - шыбыр.

Өтәләнеп, һаман биштәренә
Берен алып, тағы бер(е)һен һалам,
Гелән генә бергә йәшәп булмай,
Яҙылмаған ҡанун — мин ни ҡылам?

Итәктәрҙән төшһә, балаларҙы
Алыҫ-алыҫ юлға оҙатабыҙ,
Көтөк була-була көндәр һанап,
Ҡайтыуҙарын көтөп йән атабыҙ.

Имен генә йөрө, йәме, балам,
Бер алдыңа ҡара, бер артыңа.
...Юлың изге булыр, күрәһеңме,
Ҡояш ҡалҡып килә тау артынан.

Флүрә Маликова.

Балағыҙҙы оҙатҡанда һеҙ ҙә ошолай өҙгөләнәһегеҙме?
Балағыҙҙы оҙатҡанда һеҙ ҙә ошолай өҙгөләнәһегеҙме?
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас: