Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Иман
18 Ғинуар 2025, 01:10

Парлы ҡанат ҡағыу еңелерәк

Ауылдың үҙендәй ябай, алсаҡ һәм ихлас кешеләре менән осрашыу  күңел бөтөнлөгө, йән тыныслығы биргәндәй. Улар янында донъяның иҫәпһеҙ-һанһыҙ мәшәҡәте лә юҡҡа сыҡҡан кеүек.

Парлы ҡанат ҡағыу еңелерәкПарлы ҡанат ҡағыу еңелерәк
Парлы ҡанат ҡағыу еңелерәк

Ауылдың үҙендәй ябай, алсаҡ һәм ихлас кешеләре менән осрашыу  күңел бөтөнлөгө, йән тыныслығы биргәндәй. Улар янында донъяның иҫәпһеҙ-һанһыҙ мәшәҡәте лә юҡҡа сыҡҡан кеүек. Ғүмер буйы үҙ хужаларының уңған ҡулдарын көтөп торған мең төрлө ауыл эшен сабыр башҡарып, түҙем генә тормош йөгөн тартырға өйрәнгәндәрҙең донъяға ҡарашы ла башҡасараҡ.

Тамырҙары Күгәрсен районына бәйле яҡташтарыбыҙ Руфия һәм Радмил Мөхәмәтовтар 1972 йылда өйләнешеп, Мәләүезгә килеп төпләнә. Уларҙың ғүмеренең бер өлөшө ҡала, ә икенсе өлөшө ауыл менән бәйле. Ерҙең тартыу көсө ныҡ булғандыр, күрәһең, ҡалала тырышып эшләп, йәшәп ятҡан пар 1994 йылда Мәләүезде ҡалдырып, Первомай ауылына күсеп китә.

- Бында күскәнгә бер ҙә үкенмәнек. Ирем трактор йөрөттө, үҙем баҫыуҙа сөгөлдөр утаным, - тип йылмая Руфия апай.

Шуны эшләнек, быны эшләнек тимәй, үҙҙәренең хеҙмәт юлын бер һөйләм менән генә асып бирергә тырышһа ла, ергә бәйле тормоштоң еңел түгеллеген белмәгән бармы һуң инде! Бөтә ауыл кешеләре кеүек улар ҙа ғүмер буйы эш өҫтөндә булғандыр, ҡул көсөнә таянып йәшәгәндер, мал, ҡош-ҡорт тотҡандыр, йәйен иһә баҫыуҙа гектарлап сөгөлдөр утағандыр...

Тырыш хеҙмәт менән йәшәп өйрәнгән булдыҡлы хужаларҙың бөгөнгө тормоштары ла көйлө, матур, донъялары ла ҡотло. Иркен йорттоң тәҙрә төптәрендә миләүшәләр, яран, ожмах гөлдәре сәскә ата. Хужабикә ҡул эше оҫтаһы булғас, өйҙәрен уның күңел йылыһын, күҙ нурҙарын ҡушып бәйләгән ултырғыс япмалары, мендәр тыштары, сәйлән теҙеп яһаған гөл-сәскәләре, ағастары йәмләй. Уларҙың сағыу төҫтәренән күҙҙәр ҡамаша!

Ижад мәңгелек булһа ла, уға ла ваҡыты-ваҡыты менән «мода» үҙгәреп тора. Ҡасандыр тилбер ҡуллы оҫтабикәләр тырышып эреле-ваҡлы сәйләнде нәҙек тимер сыбыҡҡа теҙеп тере гөлдәрҙән кәм булмаған сәскәләр яһап мәж килһә, һуңынан сатрашлап сигеү, алмаз мозаикаһы тип аталған ысул менән рәсемдәр йыйыуға тотондо. Руфия апай ҙа бер туҡтауһыҙ үҙгәреп торған оҫталыҡ «мода»һынан ҡалышмай, шөғөлдәрҙең барыһын да үҙләштерә.

Ваҡытында донъя мәшәҡәтенән арынып, «Йәнгүзәл» вокал ансамбленә йөрөргә лә, төрлө сараларҙа сығыш яһарға ла өлгөргән әле. Бөгөн ул ауылдаштары менән бергә яуҙағы һалдаттарға һаҡлыҡ селтәрҙәре үрә...

Мәҡәләне тулы күләмдә гәзиттең 3-сө һанында уҡығыҙ.

Фото архивтан. 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас