Дауахананың хирургия бүлегендә ятабыҙ. Палатала 3 ҡатын. Ямғырлы, айҙар буйына йөҙөн асып күрһәтмәгән ҡояшһыҙ йәйгә асыу килеп, тән һыҙлауын баҫа алмай яфаланған мәл.
Йәшен йәшнәп күк дөрһөлдәүе, эре ямғыр тамсыларының ҡалайға бәрелеп бикләнмәй ҡалған ишекте ел иҫкән һайын асып-ябыуы былай ҙа йоҡоһоҙ төнгә шом өҫтәй. Ҡабул итеү бүлексәһе алдына юғары тиҙлектә килеп туҡтаған “Тиҙ ярҙам” машинаһы менән ауырыу килтерҙеләр ахырыһы. Коридорҙа йүгерешкән, дежур врачтың телефон аша кем менәндер һөйләшеүе, санитарҙың каталканы лифтҡа табан алып китеүен ишетеп ятам. Төндә, ғәҙәттә, был бүлексәгә юл-транспорт ваҡиғаһына осрағандарҙы алып киләләр.
Иртәнсәк палаталағы дүртенсе карауатҡа ап-аҡ итеп төрөлгән пациентты һалдылар. Ауыҙ-танауына тығылған үтә күренмәле торбалар ярҙамында ғына тын алышы, тере икәнлеге һиҙелә. Шыбырлап ҡына меҫкенкәйҙе йәлләп, әле мендәрен, әле юрғанын төҙәтәбеҙ.
Кискә табан янына йәш ҡыҙ килде. “Атайым бер аҙна элек вахтаға юлланды, әсәй ул эшкә киткән һайын өйгә ҡайтмай күңел аса. Насар холоҡло әхирәттәре, таныштары күп, атайҙың эшкә киткәнен көтөп кенә торғандай, эйәртеп алып китәләр. Атайыма шул уҡ әшнәләре әсәйҙең нисек клубта күңел асҡанын, сит машиналарға ултырып тәбиғәткә сыҡҡанын телефонға төшөрөп ебәрергә лә оялмай. Ғәйебен аңлай ҙа бит әсәй, әммә туҡтала алмай. Ике ай ситтә эшләгән атайҙы, табын ҡороп, иҫерткес эсемлектәрҙең төрлөһөн теҙеп ҡуйып ҡаршылай. Атайым аптыраған көндән баш күтәрмәй эскән әсәйҙе дауаханаға урынлаштыра. Класташтарым, күршеләр алдында оят, әммә әсәйҙең был холҡон еңер, ҡаршы торор көс юҡ”,- тип әңгәмәне дауам итте 13 йәшлек ҡыҙ. Беҙ бер-беребеҙгә ҡарап, һүҙһеҙ ҡалдыҡ. Шулай ҙа көндән-көн хәле яҡшыра барғандай тойолдо Рәсимә күршебеҙҙең. Яйлап ҡына ҡалаҡлап һыу эсә, ҡапҡылай башланы.
Ҡыҙы ла әсәһендәге яҡшы үҙгәреште күреп, ҡанатланып йөрөй. Хирургтар аяҡҡа баҫтырҙы Рәсимәне. Бер аҙ аҡһай, иң мөһиме, атлай, кеше ярҙамы кәрәкмәй. Төштән һуң саф һауа һуларға тип сыҡты ла киске ашҡа, укол ваҡыты етһә лә, килмәне лә ҡуйҙы ҡатын. Аптырап, ҡыҙына шылтыратабыҙ - өйөнә ҡайтмаған.
Шул төндө тағы “Тиҙ ярҙам”дауахананың хирургия бүлексәһенә килтерҙеләр Рәсимәне. Әшнәләре менән эсеп, мотоциклдан осоп ҡалған. Ауыртыуға сыҙай алмай, бүреләй аҡырһа ла, уны йәлләүсе булманы был юлы. Ике көндән һуң операция эшләгәс наркология бүлегенә күсерҙеләр. Унда, бәлки, аҡылына килер...
Шунан нисек бүре балаһын бүреккә һалһаң да, урманға ҡарай тип әйтмәйһең!
Рәфилә СИБӘҒӘТУЛЛИНА.