Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Иман
13 Февраль 2025, 11:44

Балдаҡ кемдеке була инде...

Ул минеке ине бит, ҡәйнәм!

Ҡалала йәшәргә фатирыбыҙ юҡ. Яйлап йорт төҙөрбөҙ тип, ҡәйнә менән йәшәргә ризалаштым.

Ауыл ҡаланан әллә ни йыраҡ та түгел. Ирем вахта ысулы менән  эшләй. Ай ярым  аралашыу тик телефон аша ғына. Төнгө сменала эшләй, шунлыҡтан  ваҡыты булғанда  шылтырата. Был ҡәйнәмә оҡшамай,  сит ирҙәр менән аралашаһыңдыр әле тип, теңкәгә тейә. Бер көн иртәнсәк, миңә ҡаты ғына итеп: “Минең улым улай оҙаҡ һөйләшергә яратмай, был точно Айгиз түгел, теләһә кем менән аралашаһыңдыр әле”,-тип рәнйетте.

Күптән түгел, ҡалаға йомош менән барһам, ҡайтыуыма һөмһөрө ҡойолоп ҡаршыланы. “Улымдың аҡсаһын туҙҙырып, тағы үҙеңә әллә нимәләр алғанһыңдыр инде, күрһәт,- тип сумканан тауарҙы үҙе бушата башланы. - Кем белә һине, һөйәрҙәрең янында булғанһыңдыр, өс сәғәт буйы магазинда нимә ҡарарға бала".

Бына шулай ғәйепһеҙ ғәйепле булып йәшәйем ирем вахтала саҡта.

 Яңыраҡ ихататала кер йыуғанда Айгиз бүләк иткән балдаҡты юғалттым. Бармағымдан сиселгән күрәһең, һыу түккән урынды миллиметрлап эҙләнем, әммә тапманым. Беләһегеҙме, ошо балдаҡты ҡәйнәмдең бармағында күрҙем.

“Ҡайҙан таптың, ҡәйнәм, мин юғалтҡан балдаҡ бит”, - тим шатланып. “Таптым, ҡайҙан икәне һиңә нимәгә, был  минеке” – ти. Сисеп бирҙе, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, әлбиттә.

Бына шулай. Иремдең беренсе бүләген ҡәйнә ҡулында күргән һайын асыуым килә. Минеке икәнен белеп тә кире бирмәгәс, кем була инде хәҙер ул? Уны нисек хөрмәт итәйем?

Балдаҡ кемдеке була инде...
Балдаҡ кемдеке була инде...
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас