Әсәйҙәргә ваҡытыбыҙ етмәй,
Ашығабыҙ, бөтмәй эшебеҙ,
Сит-яттарға ярҙам күрһәтәбеҙ,
Әсәй көтөр – ул үҙ кешебеҙ!
Беҙҙең өсөн тик ул янып-көйә,
Көтә тәмлекәстәр бешереп,
Һыҙланыуын беҙгә һиҙҙермәйсә,
Төндә эсә дарыу йәшереп.
Күп һөйләйбеҙ, ләкин иң кәрәкле,
Иң ҡәҙерле һүҙҙе әйтмәйбеҙ,
“Ҡабаланам, әсәй, хуш хәҙергә!”-
Яуап биргәнен дә көтмәйбеҙ.
Эстән генә доғаларын уҡып,
Йүгерә-атлай ҡала оҙатып,
Төн йоҡламай аҙаҡ беҙҙе уйлап,
Беҙ китәбеҙ шулай илатып.
Күп кәрәкме уға? Ул бит әсәй!
Сикәһенә терәп сикәне,
“Һин кәрәкһең, әсәй, һағынам,” - тип
Бер ҡосаҡлап уны үпһәңсе!
Ҡояш кеүек балҡыр әсә йөҙө,
Йөрәгенә килер еңеллек…
Ошо йөрәк әле типкән саҡта
Ашығайыҡ өйгә иң элек!
Фирүзә Абдуллина.