Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Иман
23 Февраль 2025, 10:52

Ошо һүҙҙәр һеҙҙе һаҡлап йөрөтһөн

      Хоҙай үҙе һаҡлаһын! Тылсымлы һүҙҙәр, йышыраҡ ҡабатлағыҙ!

Әлхәмдүлилләһ
Аллаға шөкөр, аяғым йөрөй,
Аллаға шөкөр, күҙҙәрем күрә,
Аллаға шөкөр, ҡолағым ишетә,
Аллаға шөкөр, аҡылым теүәл.
Аллаға шөкөр, балаларым бар,
Аллаға шөкөр, атай-әсәйем иҫән.
Аллаға шөкөр, туғандар яҡын,
Аллаға шөкөр, барыһы ла имен.
Аллаға шөкөр, эшләп йәшәйем,
Аллаға шөкөр, иптәшем янымда.
Аллаға шөкөр, ризығым мул,
Аллаға шөкөр, үҙемсә уңған.
Аллаға шөкөр, торор урыным бар,
Аллаға шөкөр, кәм-хур булманым.
Сикһеҙ шөкөр итәм, Аллаһым һиңә,
Шатланып үтәм тормош юлдарын!
Раббым ташлама, мин - һинең балаң,
Кисер гонаһымдың аҙын булһа ла.
Кеше һөйләргә бирмә иректәр,
Йыландай улар яуыз саҡһа ла.
Ғәйбәт һатҡандар үҙҙәрен белһен,
Раббым уларҙы үҙе кисерһен.
Аллаға шөкөр тием мин көн дә,
Ғәзиз Аллаһым шуны ишетһен.

Ошо һүҙҙәр һеҙҙе һаҡлап йөрөтһөн
Ошо һүҙҙәр һеҙҙе һаҡлап йөрөтһөн
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас