Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Иман
14 Март 2025, 05:00

ОНОТМА

Арыуҙарҙан әгәр баш әйләнһә,Эштәреңдең һанын юғалтһаң.Үҙ -үҙеңде бирмә һин йәлләргә,Төшмәһен һис һинең ҡанатың.

ОНОТМАОНОТМА
ОНОТМА

Арыуҙарҙан әгәр баш әйләнһә,
Эштәреңдең һанын юғалтһаң.
Үҙ -үҙеңде бирмә һин йәлләргә,
Төшмәһен һис һинең ҡанатың.

Алға атла һоҡланып үҙеңә,
Борсолма һис, асыҡ, алсаҡ ҡал!
Күңелһеҙлек, бөтә мәшәҡәтте
Оноторһың, итһәң әгәр ял.

Причёскаңды үҙгәрт уйлап тормай,
Арығанһың тиеп әйтте кем?
Бар эштәр ҙә -үҙең тапҡанһың һин,
Кәмет -таштан түгелһең бит һин!

Көсһөҙ күренер кәрәк, көслө ҡалып,
Ябай дөрөҫлөк -быны аңла, бел!
Һәм хәтерлә -иҫкиткес һин ҡатын!
Бирешмә һис, бейе, йырла, көл!

Яҙмыш тарафынан яҙылған ул:
Бәхетле булыу һиңә, онотма!
Ҡанаттарың өҫкә күтәр ҙә һин,
Ос һин бейек! Етер! Ут йотма!
Нутфуллина Рәйлә.

https://vk.com/bashstatus

Автор фотоһы. 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас