Бар ғүмерем иләк кеүек-
Иләйем дә иләйем:
Кәрәкте кәрәкмәгәндән
Айырырға теләйем.
Меңәр тонна руда йыуған
Алтын эҙләүсе кеүек,
Иләйем төрлө хистәрҙе
Иләккә өйөп-өйөп.
Мөхәббәтте, татыулыҡты,
Тоғролоҡ, сабырлыҡты,
Иләп алдым ябайлыҡты,
Тағы ла матурлыҡты…
Ҡылған ҡылығынан сығып
Иләйем кешеләрҙе,
Янда ҡалдырам яҡынды,
Үҙебеҙ ишеләрҙе.
Үҙемә кәрәктәрҙе мин
Үҙем һайлап алғанмын,
Кемдәрҙеңдер иләгенән
Үҙем төшөп ҡалғанмын.
Тормош – үҙе оло иләк,
Иләй арымай-талмай,
Йәшәргә тырышҡан булам
Иләктән төшөп ҡалмай.
Иҫәптән төшөп ҡалмай…
Фирүзә Абдуллина.