Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Иман
19 Март 2025, 05:00

ҒҮМЕР

Үткән ғүмер -Аҡҡан һыуҙар кеүек...Ҡайһылай ҙа тура кем әйткән?

ҒҮМЕРҒҮМЕР
ҒҮМЕР

Үткән ғүмер -
Аҡҡан һыуҙар кеүек...
Ҡайһылай ҙа тура кем әйткән?
Был ғүмерҙәр беҙҙе генә түгел
Уҙаманандарыңды һемәйткән.

Берәм-берәм оса йыл-япраҡтар,
Йәшәрәһе юҡтыр яңынан.
Йәшәрәһе юҡ та,
Мин түгелме
Көҙгө балҡыштарға табынған.

Тик көҙҙәрҙең , беләм, яҙы була,
Яҙға тоташырмы көҙҙәрем?
...Ҡояштарға ғашиҡ бөрө һымаҡ,
Көлөп баға, ҡыҙым, күҙҙәрең.

Тамара ҒӘНИЕВА.

Автор фотоһы. 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас