Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Иман
26 Март 2025, 02:51

Доға ҡабул була торған ваҡыт һәм урындар

Ҡәҙер кисәһендә лә теләктәр теләгеҙ 

Фарыз намаҙ артынан;
 Аҙан менән ҡамәт араһында;
 Төндөң ахырғы өлөшөндә;
 Ямғыр яуған ваҡытта;
 Йома көнөнөң икенде намаҙынан алып, ҡояш байығансыға хәтле булған ваҡыт аралығында;
 Зәмзәм һыуын эсер алдынан;
 Нәфел намаҙҙарының сәждәһендә;
 Зөлхизә айының туғыҙынсы көнөндә (Ғәрәфә көнө) Ғәрәфәт тауы үҙәнендә;
 Ҡәҙер кисәһендә;
 Ҡыйырһытылған кешенең ҡыйырһытҡан кешегә доғаһы;
 Ата-әсәнең балаһы өсөн доға ҡылыуы;
 Ураҙа тотоусының ҡояш байыр алдынан доға ҡылыуы;
 Ғәҙел етәксенең доғаһы;
 Хаж ваҡытында Сафа тауында;
 Хаж ваҡытында Мәрүә тауында;
 Хаж ваҡытында Мөздәлифә үҙәнендә;
 Сәфәрҙә саҡта;
 Рамаҙан айында;
 Ҡәҙер кисендә;
 Мосолмандың ҡәрҙәше өсөн үҙе юҡ ваҡытта доға ҡылыуы;
 Ауыр хәлдә ҡалған саҡта.

Алмаз хәҙрәт Сафиндың «Ҡабул булған доға» китабынан алынды.

Доға ҡабул була торған ваҡыт һәм урындар
Доға ҡабул була торған ваҡыт һәм урындар
Автор:
Читайте нас