Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Иман
29 Март 2025, 05:01

Бөгөнгө көндөң иң яҡшы кәңәштәре

Яйы сыҡҡан һайын эргәңдәге кешене маҡта, был ҡыйын түгел бит.

Йышыраҡ йылмайығыҙ. Ҡаштары төйөлөп, һөмһөрөһө ҡойолоп, бөтә нәмәгә зарланып йөрөүселәр менән кемдең аралашҡыһы килеп торһон? Хәҙерге барлыҡ заманында ҡәнәғәт булмау оятһыҙлыҡҡа бәрәбәр.

 Яйы сыҡҡан һайын кешене маҡтарға кәрәк. Маҡтайым тиһәң, сәбәбе табыла. Африкала бер үҙенсәлекле ҡәбилә бар. Эш боҙоусыны, язаға тарттырыр урынына, уртаға ултыртып алып маҡтайҙар. Эҙләһәң, һәр кемдең дә яҡшы яҡтары бар инде. Ул кеше дөрөҫ юлға баҫҡанға тиклем уңайы сыҡҡан һайын маҡтайҙар икән. Ысынлап та, был сара ыңғай һөҙөмтәләргә килтерә, тиҙәр.

 Кеше һеҙҙең фекер менән килешмәҫкә лә мөмкин. Үҙегеҙҙе генә дөрөҫ тип һанарға ярамай. Фекере үҙеңдекенә тап килмәгән кешене дошман тип ҡабул итеү — аҡылһыҙлыҡ.

Бөгөнгө көндөң иң яҡшы кәңәштәре
Бөгөнгө көндөң иң яҡшы кәңәштәре
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас