Көнгәк
+28 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Иман
17 Апреля 2025, 00:01

ҠЫҘЫМА

Мөмкин булһа ҡыҙым, яҙмышыңды,

ҠЫҘЫМАҠЫҘЫМА
ҠЫҘЫМА

Үҙем яҙыр инем теүәлләп.
Ғүмереңә етәр бәхетеңде,
Үҙ ҡулдарым менән әүәләп...
Бала ғына күңелең бигерәк йырлы,
Йоҡлап китәң, йырлап кистәрен.
Шул йырҙарың менән тоташтыраң,
Күңелдәрҙең нескә хистәрен...
Ғүмеркәйең һәр саҡ йырлы булһын,
Йырлап йәшә ғүмер буйына.
Иҫән - һауҙар булһам, мине лә бер,
Саҡырырһың бәхет туйына...
Тормош булғас, төрлө хәлдәр булыр,
Булыр ағы, булыр ҡараһы.
Мин белмәйем, миңә күпме ҡалған?
Һинең менән йәнәш бараһы...
Бәлә - ҡаза һине теҙ сүктереп,
Ҡайғы сылбырҙары таҡмаһын.
Көләс йөҙҙәреңдән, бер ваҡытта,
Әсе күҙ йәштәре аҡмаһын...

Мөхәмәтйәр Мәғәсүмов.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас