Абайламай һөйләгән – ауырымай үлгән.
Лишнее говорить – себе вредить.
2. Абынған һөрөнгәндән көлә.
Горшко над котлом смеется, а оба черны.
3. Абынмаҫ аяҡ булмаҫ, ярылмаҫ таяҡ булмаҫ.
И на доброго коня спотычка живет.
4. Аҡылһыҙ аҡырып алдырыр.
Дураки горлом берут.
5. Ағас башын ел бутай, әҙәм башын тел бутай.
От одного слова – да на век ссора.
6. Ағас күрке – япраҡ, әҙәм күрке – сепрәк.
Наряди пень в вешний день, и пень будет красавчик.
7. Ағас тамырына ҡарап үҫә.
Каков корень, таков и отпрыск.
8. Ағасына ҡарата балтаһы.
По дереву и топор.
9. Ағыу менән дарыу бер заттан.
Лекарство – тот же яд.
10. Аҙаҡ – тутлы ҡаҙаҡ.
Потом – суп с котом.
11. Аҙнаһына биш йома.
Семь пятниц на неделе.
12. Аҙыҡлы ат арымаҫ.
Не лошадь, а корм везет.
13. Аҙыҡ мулда бисмилла артын ҡыҫа.
Кто нужды не знает, тот и бога забывает.
14. Ай булмаһа, йондоҙ бар.
Солнца нет, так и месяц светит.
15. Ай күрҙе, ҡояш алды.
Был, да сплыл.
16. Ай үтә, йыл үтә, ай әйләнә, көн үтә.
У бога недолго, а у нас тотчас.
17. Айһыҙ атты, йылһыҙ ҡатынды маҡтама.
Коня хвали через месяц, а жену – через год.
18. Айыҡтың уйында – иҫеректең телендә.
Что у трезвого на уме, у пьяного – на языке.
19. Айырылған айыуға, бүленгән бүрегә юлығыр.
Отделившаяся овца – волку корысть.
20. Айыуҙан ҡасҡан бүрегә. (Һыуҙан сыҡҡан, утҡа төшкән.)
От волка бежал, да на медведя напал.
21. Айыуҙан ҡурҡҡан урманға бармаған. (Сиңерткәнән ҡурҡҡан иген икмәгән.)
Волков бояться, в лес не ходить.
22. Айыуҙы ла бейергә өйрәтәләр.
И медведя плясать учат.
23. Айыу сәмләнһә, ҡоралайҙы баҫтырыр.
Задор силы не спрашивает.
24. Ай яҡтыһы ҡауыштырмаҫ, ҡояш нуры ҡыуандырмаҫ.
Луна не подружит, то и солнце не сведет.
25. Аҡ күргәндә йотоп ҡал.
Режь да ешь пока подкладывают.
26. Аҡ ҡатындың эсе боҙ, ҡараҡайҙың эсе күҙ.
Черен мак, да сладок, бела редька, да горька.
27. Аҡты ҡарайтыуы еңел.
Белое очернить легко.
28. Аҡһаҡ ултырмаҫ, һаҡау тик тормаҫ.
Немой не умолкнет, хромой не сядет.
29. Аҡыл – алтын.
Ум-разум дороже золота.
30. Аҡыллыға ым да етә. (Аҡыллыға – ишара.)
Умному намек, глупому толчок.
31. Аҡыллы уйлап ултырғансы, иҫәр эшен бөтөргән.
С умом – подумаем, а без ума –сделаем.