Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Иман
22 Апрель 2025, 02:04

Яҙҙың иң йәмле мәле

Ә һеҙ ауыҙ иттегеҙме үлән ашын?

Яҙғы яландар гиҙәйем,
Күңел күптән шуны көҫәй.
Күгүләнгә аяҡ баҫтыҡ,
Тип шатланыр ине әсәй.

Бала саҡтан һеңеп ҡалған,
Һуғыш йылы балаһына.
Иртә яҙҙан табыныуҙар
Балтырғаны, йыуаһына.

Хан һыйылай күрҙе бит ул,
Ыумас ашын яҙ башында.
Үлән ҡотҡарғас аслыҡтан,
Үҙен ауыр яҙмышында.

Яҙын беҙ ҙә шул ризыҡтан,
Бик наҙланып ауыҙ иттек.
Ғәжәпләндек әсәйебеҙ,
Ашағанға иҫе китеп...

Өҫтәл тулы ризыҡ хәҙер,
Ни теләйһең – шуны аша!
Тик яҙ етһә иҫкә төшә,
Әсәйемдең ыумас ашы!

Ниңә һуң ул онотолмай?
Әсәй бешергәнгә микән?
Үләнле аш –ыумас ашы,
Бала саҡтың тәме икән.

Яҙғы яландар гиҙәйем,
Күңел күптән шуны көҫәй.
Күгүләнгә аяҡ баҫһа,
Эй, шатланыр ине әсәй...

Автор: Рәмилә Кужакова

Яҙҙың иң йәмле мәле
Яҙҙың иң йәмле мәле
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас