Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Иман
24 Апрель 2025, 07:37

АШАУ ҺӘМ ЭСЕҮ ӘҘӘБЕ

     

АШАУ ҺӘМ ЭСЕҮ ӘҘӘБЕАШАУ ҺӘМ ЭСЕҮ ӘҘӘБЕ
АШАУ ҺӘМ ЭСЕҮ ӘҘӘБЕ

Мосолман ашағанда һәм эскәндә ошоларҙы үтәргә тейеш:
1. Ризыҡ төрлө шөбһә­ле, шикле булмаһын. Хәләл ри­зыҡ табып, хәләл ашау фарыздыр. Аллаһу Тәғәлә бойорҙо: хәләл һәм таҙа аш ашағыҙ, изге ғәмәлдәр ҡылығыҙ.
2. Аллаһу Тәғәлә риза буласаҡ, хеҙмәттәрҙе башҡарыу ниәте менән ашалған ризыҡтар ғибәҙәттәр.
Ашар алдынан ҡулды йыуыу ғибәҙәте намаҙ өсөн тәһәрәт алыуға оҡшар. Хәҙис-шәрифтә: «Ашар алдынан ҡул­ды йыумау - фәҡирлекте, ашағандан һуң ҡул йыумау иһә гонаһтарҙы арттырыр», - тиелә.
3. Аҙыҡты тәме өсөн генә түгел, Аллаһу Тәғәлә риза булырлыҡ хеҙмәттәр башҡарыу өсөн һәм ғибәҙәт итер өсөн ашарға кәрәк. Туйғандан һуң көсләп ашау зарарлылыр.
4. Яңғыҙ үҙең ашауға ҡарағанда, ғаилә менән йә иһә бер нисә кеше менән ашау күркәмерәк. Хәҙис-шәрифтә: «Бергәләп ашаған аш бәрәкәтле булыр» - тип әйтелә. (Ризыҡтың хәйерлеһе күмәкләп ашалғанылыр.)
5. Ашауҙы «Бисмилләһ» менән башлап, «Әл­хәм­дүлилләһ» тип тамам­лау кәрәктер. Аҙыҡты әҙләп, яҡшы итеп сәйнәргә кә­рәк. Алдыңда бул­ған­ды ашау күркәмерәк.
6. Уң ҡул менән ашарға һәм эсергә кәрәк.
7. Аяҡ өҫтө тороп ашар­ға һәм эсергә ярамай.
8. Бик ҡайнар һәм бик һалҡын нәмә ашамаҫ­ҡа, сәләмәтлеккә зарары булыр.
9. Икмәк валсығын сүплеккә ташламаҫҡа. Хәҙис-шәрифтә: «Төшкән икмәк васлығын ашаған тарлыҡ күрмәҫ һәм балалары ахмаҡ булмаҫ», - тип әйтелә.
10. Ризыҡты дуҫтар менән ашау айырыуса әһәмиәтле. Хәҙис-шәрифтә бойоролдо: «Дуҫтарығыҙ менән ашъяулыҡта улытырыуҙы оҙайтығыҙ. Сөнки ашъяулыҡ өҫтөндә уҙған ваҡыттар хозур миҙгелдер».
11. Ашағандан һуң доға уҡылыр.
12. Ашағандан һуң бер сәғәт үтмәйенсә һыу эсмәҫкә, сөнки зарарлылыр.

Дини календарҙан.

Автор:
Читайте нас