Май айында ямғырҙар йыш яуып торһа – йыл уңышлы килер.
Майҙа боҙ яуһа, йәйен дә яуасаҡ.
1 майҙа йылы булһа, май аҙағы һалҡынса булыр.
2 майҙа ҡайын япраҡ ярһа, йәй ҡоро килер.
3 майҙа ике ҡатлы йәйғор ҡалҡһа, бер нисә көндән көслө ямғыр булыр.
4 майҙа муйыл сәскә атһа, йәй йылы килер.
5 майҙа төндә һалҡынайтһа, 40 көн буйына иртәләр һалҡын булыр.