Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Иман
5 Май 2025, 05:00

Ооо, был йөрәк! Нимә генә һыймай унда!

Бөгөн һеҙ ҙә таҙарынығыҙ!

Таҙалап алдым йөрәкте
Сүп-сарҙан, ҡый-шаҡынан.
Һуҡыр тин генә тормаған
Дуҫ-туғанлыҡ хаҡынан.
Сығарып ҡаҡтым хистәрҙең
Һынауҙа хурланғанын,
Кемдәрҙәндер урланғанын,
Яһалма ҙурланғанын.
Уңдырғансы йыуып элдем
Ипһеҙ иҫтәлектәрҙе.
Яҙған булһа булыр әле
Иҫем китмәлектәре.
Һепереп түктем үрсемәҫ
Ҡыҫыр өмөт-хыялды,
Аҙмы шулар шауҡымында
Ҡанатланып ҡыялдым.
Ҡырҙым, йыуҙым, олаҡтырҙым
Өйкәп, игәп торғанды,
Һыпырып алып ырғыттым
Үрмәксе ау ҡорғанды.
Бушатып алғайным шулай,
Ауыр, тип, урын тарҙа…
Аһ-аһ!
Бында ҙу-ур бер һөйөү
Һыйырлыҡ урын бар ҙа!
(МиләүшәҠаһарманова)

Ооо, был йөрәк! Нимә генә һыймай унда!
Ооо, был йөрәк! Нимә генә һыймай унда!
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас