Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Иман
18 Май 2025, 05:13

Һүҙҙәрҙең ниндәйе генә юҡ...

Һүҙҙәрҙең бар боҙҙай һалҡындары,Йәндәреңә инеп туңдыра.Йылы, ҡайнар һүҙҙәр майҙай иреп,Күңел бушлыҡтарын тултыра.

Һүҙҙәрҙең ниндәйе генә юҡ...Һүҙҙәрҙең ниндәйе генә юҡ...
Һүҙҙәрҙең ниндәйе генә юҡ...

Һүҙҙәрҙең юҡ ниндәйе генә:

Әсеһе бар уның, бар сөсөһө,
Бер ни тормаған буш һүҙҙәр бар,
Бар уларҙың шундай көслөһө.
Һүҙҙәрҙең бар таштай ауыры,
Үҙ артынан артҡа һөйрәүсе.
Бар уларҙың күңелде күтәреп,
Ете күккә алып менеүсе.
Һүҙҙәрҙең бар шундай ҡатылары,
Бысаҡһыҙ ҙа улар телгеләй.
Йомшаҡ һүҙҙәр дауаларын биреп,
Шифаларын йәнгә өргөләй.
Һүҙҙәрҙең бар боҙҙай һалҡындары,
Йәндәреңә инеп туңдыра.
Йылы, ҡайнар һүҙҙәр майҙай иреп,
Күңел бушлыҡтарын тултыра.
Һүҙҙәрҙең бар бик күп төрлөләре:
Бар уларҙың хаҡ һәм нахағы,
Бар уларҙың тоғро, ялғандары,
Матуры бар уның, насары.
Уйлап әйткән һүҙҙәр көскә эйә,
Белеп әйткән һүҙҙәр ҡанатлы,
Ихлас әйткән һүҙҙәр шифалылар,
Һөйөп әйткән һүҙҙәр бик татлы.
Һүҙҙәрҙең бар шундай яҡшылары -
Бейеклеккә генә күтәргән.
Һүҙҙәрҙең бар шундай ямандары -
Упҡындарға төртөп этәргән.
Күп сифатта булһалар ҙа һүҙҙәр,
Һығымтаһы уның былай ҙа -
Бүленәләр улар ике төргә:
Раббым әйткән Яҡшы, Яманға. (Ф.Ҡотлогильдина-Алтынбаева)

Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас