Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Иман
10 Июнь 2025, 13:30

Ҡарт өйәңке яҙмышы

Мейе ҡайнатырҙай эҫенән һуң ошолай ямғыр яуғанын һеҙ ҙә яратаһығығыҙҙыр, моғайын. Һауа сафланып, тын алыуы еңеләйә хатта бындай мәлдә. Дауыл-елһеҙ, тыныс ҡына тыпылдашҡан тамсыларҙан беләһегеҙме ҡайҙа йәшендем? Эйе, ҡарт өйәңке ҡыуышына.

Һеҙгә кисләтеп булһа ла Тамара Искәндәриәнең шиғырынан өҙөк һалырға булдым. Ҡарт ағастарға бағышланған ул. Бармы һеҙҙә ҡарт ағастар? Улар нимә йәки кем тураһында хәтирә һаҡлай? Нисек уйлайһығыҙ, улар үҙҙәре ауғансы ултырһынмы, әллә бысып ташлау яҡшыраҡмы? Ошондай урында фотоға төшөргә яратаһығыҙмы? Бер нисә кеше һыйырлыҡ ағас олоно әллә күпме иҫтәлек һаҡлайҙыр инде. Һөйләргә теле генә юҡ...
ҠАРТ ӨЙӘҢКЕ
Баҡсалағы ҡарт өйәңке
Әллә ҡорой башлағанмы?
Эсе ҡыуыш ҙур олонон
Ел ауҙарып ташлағанмы?
Тирәһендә – үҫентеләр...
Васыяты тәрән, ябай:
“Балам, өҙмә үҙәгеңде,
Юғалтыуһыҙ табып булмай,
Юғалтыуһыҙ табып булмай...”
Тормошта юғалтыуҙар булмаһын, эйеме, дуҫтар?!

Ҡарт өйәңке яҙмышы
Ҡарт өйәңке яҙмышы
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас