Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Иман
13 Июнь 2025, 15:20

Йоҡоһоҙлоҡтан доға

Төндә йоҡо алмаған ваҡытта уҡыла торған доға.

Йоҡоһоҙлоҡтан доғаЙоҡоһоҙлоҡтан доға
Йоҡоһоҙлоҡтан доға

Лә иләһә илләл-лаһүл-үәхтдүл-ҡаһһәрү раббүс-сәмәүәти үәл-әрҙи үә мә бәйнәһүмәл-ғәзизүл-ғаффәр.
Мәғәнәһе: Берҙән-бер хаким, күктәрҙең һәм ерҙең, күктәр менән ер араһындағы бөтә булмыштарҙың Раббыһы, көс-ҡеүәт эйәһе, гонаһтарҙы кисереп тороусы Аллаһтан башҡа илаһ юҡ.

Аллаһҡа һыйыныу өсөн тағы бер доға
Аллаһүммә иннии әғүүҙү бикә мин ғилмин лә йәнфәғ, үә мин ҡалбин ләә йахшәғ, үә нәфсин ләә тәшбәғ, үә мин дәғүәтин ләә йәстәжәәбәә ләһәә.
Мәғәнәһе: Аллаһым! Һиңә файҙаһыҙ ғилемдән, тәҡүәһеҙ ҡәлебле булыуҙан, туймаҫ нәфселе булыуҙан үә доғаларҙың ҡабул булмауынан һыйынам.

Бурыстан ҡотолоу өсөн доға
Аллаһүммәкфинии бихәләәликә ғән харамикә үә әғнинии бифадликә ғәммән сиүәәк.
Мәғәнәһе: Аллаһым! Миңә хәләл малыңды харамға ҡарағанда етерлек итеп күп бир. Үҙеңдең рәхмәтең менән Һинән башҡаға мохтаж булыуҙан һаҡла.

Автор:
Читайте нас