Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Иман
15 Июнь 2025, 08:20

Бәхетле булайыҡ! Һин дә, мин дә!

Ғүмер һыуҙай ағып тора...

Бәхетле булайыҡ! Һин дә, мин дә!Бәхетле булайыҡ! Һин дә, мин дә!
Бәхетле булайыҡ! Һин дә, мин дә!
Ғүмер һыуҙай ағып тора,
Яҙмыш саңды ҡағып тора,
Уңға-һулға этеп тора,
Бөйөрҙәргә төртөп тора…
 
Бер Хоҙайға өмөт ҡала –
Упҡындарҙан тартып ала,
Көтмәгәндә ҡулын һуҙа,
…Ана шулай ғүмер уҙа…
 
Бер туҡтауһыҙ көрәш менән
Өлөшөңә көмөш менән,
Сабыр итеп, түҙеп гелән
Йәшәй күрсе, кешегенәм!... 
 Йәйҙең йәмле айын күркәм осрашыу, иҫтәлекле ваҡиға, яҡшы кешеләр менән аралашып уҙғарайыҡ, йәме!
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас