Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Иман
2 Июль 2025, 13:12

Кем менән һөйләштем һуң?

"Ошо тирәлә алһыу күлдәкле ҡыҙҙы күрмәнеңме?"

Йәйгеһен иң яратҡаным еләк йыйыу.  Күнәк тултырғансы киң яланда үҙ-үҙем менән һөйләшә-һөйләшә рәхәтләнәм генә. Был юлы ла теге ташландыҡ  ауыл яғына юл тоттом. Ара-тирә осраған ватыҡ кирбес, мейес урындары, нигеҙгә һалынған имән бүрәнәләр һирпелгән  урамдан ниндәйҙер һалҡынлыҡ һирпелә кеүек. Тәрбиә булмағас, япрағын бөжәк кимергән балан, , сейә ботаҡтарында һайраған ҡош тауыштарына иғтибар итмәһәң, бындағы  үле тынлыҡтан аҡылға яҙырға була:  сиңерткә сырылдамай, бөжәк осҡаны ишетелмәй.

Уйыма бирелеп күнәгемде яртылаш ҡып-ҡыҙыл еләк менән тултырырға өлгөрмәнем, ҡапыл  янымда  оҙон, еңле ирҙәр күлдәге тышынан кәзәкей таҡыя кейгән  ир пәйҙә булды, ҡулындағы сыбыртҡыһына күреп, көтөүсе тип уйланым. Аптырап ҡалдым, был тирәлә фермерҙар көтөү көтмәй, яҡын-тирә  ауылдыҡылар көтөүсе яллап  мал аҫрамай. Тауышы ер аҫтынан килгән һымаҡ, сәйер яңғырай.

  • Ошо тирәлә алһыу күлдәкле ҡыҙҙы күрмәнеңме? Күптән  эҙләйем, йылға буйында, әрәмәлектә лә күренмәй...
  • Юҡ, бер кем дә күренмәне, - тим, тирә-яғыма ҡарап. – Телефоны юҡмы ни, шылтыратып ҡарағыҙ! Ҡапыл нимәлер һиҙемләп башымды күтәреп ҡараным да, аптырап ҡалдым. Әле генә эргәлә торған ир юҡҡа сыҡҡан ине.

Ҡайҙа ул еләк ҡайғыһы, алан-йолан ҡаранып, белгән доғаларымды уҡый һалып,  ҡайтыр яҡҡа елдерҙем.  Бала саҡта өләсәйҙең ошо ауылда  егет менән ҡыҙҙың  ҡая башынан һикереп һәләк булыуы тураһында һөйләгән тарихы иҫкә төштө. Бындай кейемдәге егетте миңә тиклем дә тап ошо урында күреүселәр булыуы тураһында хәбәр йөрөй ине. Ышанмай торғайным. Күңелемде шом биләне:  ысынлап та теге донъялағылар бер-береһен эҙләйме икән?

 Ташландыҡ ауылдар урынында йәненә тыныслыҡ тапмаған заттар, ысынлап та, йөрөй икән.

Кем менән һөйләштем һуң?
Кем менән һөйләштем һуң?
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас