

Яратманың. Ҡосаҡ-ҡосаҡ итеп
Раузалар ҙа бүләк итмәнең.
Исемемә йырҙар сығарманың,
Йөрөгән эҙҙәремде үпмәнең.
Ҡулдарыңда ғына йөрөтмәнең,
Матур һүҙҙәреңде әйтмәнең.
Мәңгелеккә һөйөү вәғәҙәләп,
Йондоҙҙарҙы бүләк итмәнең.
Йәнәш булдың. Мыжығыма түҙҙең,
Ышыҡланың елдән, бурандан.
Мин тотондом һиңә, таймаҫ өсөн,
Бергә атлағанда урамдан.
Сирләгәндә һин янымда булдың,
Ауыр саҡта ташлап китмәнең.
Миңә кәрәк ине матур һүҙҙәр,
Һин уларҙы барыбер әйтмәнең...
Иғтибарлы, ихтирамлы булдың,
Тик юлыма гөлдәр теҙмәнең,
Мең ғәмәлең менән иҫбатлап та,
Бер һүҙеңде әйтә белмәнең.
Миңә ошо һүҙең етмәй ҡалды,
Үкенескә ҡалды үткәнем...
...Аңламаным, нишләп бер ҡасан да
“Яратам”,- тип миңә әйтмәнең?!.
Фирүзә Абдуллина