Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Иман
2 Июль 2025, 07:00

Туғанҡайым...

Һеҙҙең баш терәр, кәңәш һорар туғандарығыҙ бармы? Аралашып йәшәйһегеҙме? Дуҫтар мөхәббәт беренсе урындамы әллә? Бәхет өсөн - байлыҡ ҡына етмәй,Етмәй: уңыш, аҡыл, уңғанлыҡ.Үҙ-үҙеңде рәхәт тойор өсөн,Кәрәк икән ерҙә - туғанлыҡ!!!

Туғанҡайым...Туғанҡайым...
Туғанҡайым...


Атлағанда яңлыш бер абынһаң,
Тиҙ сыуала зиһен, һуштарың.
Файҙаһыҙға әйләнә башлаһаң,
Тиҙ юғала "яҡын" - дуҫтарың.

Мөхәббәткә артыҡ ышанма һин,
Мөлкәт өсөн - шундуҡ һатырҙар.
Һин йығылып,тайып китһен өсөн,
Юлдарыңа бысраҡ атырҙар.

Теҙләнмәйсә, күтәрелә алһаң,
Уратып та алыр ҡуштандар.
Яндарыңда булмаһын ваҡ йәндәр,
Булһын бары күңел ҡушҡандар.

Тик шуны бел, бары - туған ғына,
Бер ҡасан да, мәңге ташламаҫ.
Ауыр саҡта һине - бер ҡалдырып,
Еңел саҡта - һөйә башламаҫ.

Урмандар ҙа матур булып үҫә,
Ныҡлы булһа уның төптәре.
Тормош һине - нисек һынаһа ла,
Өҙмә туғанлыҡтың ептәрен...
Рүзәл Минһажев.

"Ғүмерем бер генә, ҡәҙерен бел генә" төркөмө

Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас