Мин, әсәһе, тағы ғашиҡ булдым,
Беләм, мәңге ғәфү итмәҫһең.
Әрләрһең дә, хатта ҡыҙып китеп,
Бәлки, хатта өйгә кертмәҫһең.
Мин, әсәһе, ғашиҡ булдым уның
Нәҙек ҡаштарына, күҙенә,
Буйы-һынына, атлап йөрөшөнә,
Ғашиҡ булдым уның үҙенә.
Мин, әсәһе, түҙә алмам ахыры,
Ишетмәйсә уның тауышын,
Һарғайырмын көҙгө япраҡ төҫлө,
Яҙмағанын беләм ҡауышыу.
Мин, әсәһе, изге фәрештәне
Яратмаҫҡа көстәр тапманым.
Кисер, тиеп, һиңә әйтеү ҡыйын,
Намыҫымды әммә һатманым.
Мин, әсәһе, йәшлегеңде күрҙем,
Ошо моңһоу, ихлас ҡарашта,
Саф сағыңды, шат сағыңды күрҙем,
Бәлки, уны шуға яратам.
Мин, әсәһе, һиңә ҡара ҡайғы,
Йәлләһәм дә, юҡ, юҡ алдамам!
Йөрәгемде әрлә, күҙҙәремде -
Матурлыҡҡа ғашиҡ мин һаман,
Мин донъяны шашып яратам!
Рәмил Йәнбәк.