Бөгөн йома. Һәр кем иртәнге сәғәттә ысын күңелдән Хоҙай тәғәләгә мөрәжәғәт итеп, донъяға именлек, яҡындарына, балаларына һаулыҡ, уңыштар һорай. Һеҙгә ошо доғаны яҙабыҙ, уҡып, теләп йөрөгөҙ!
Йә Раббым, әлхәмделилләһ, тип Һиңә шөкөр ҡылам: ҡараңғы төнөмдө иҫән-имен уҙғарып, инде был яҡты көнөмә лә бер Һинең генә рәхим-шәфҡәттәреңә өмөтләнеп, риза-бәхиллегеңде алыу өсөн инәм.
И Раббым, был яҡты көнөмдө һәм ҡалған ғүмеремде Һинең яратҡан ҡолоң булып, йәннәттәреңә инерлек игелектәр эшләп, дөрөҫ һәм ҡабул булырлыҡ ғибәҙәттәр ҡылып, ныҡлы иман, тыныс күңел менән, һау-сәләмәт үткәрергә насип ит!
И ғәзиз Раббым Аллаһ! Был яҡты көнөмдө һәм ҡалған ғүмеремде һауаплы ғәмәлдәр ҡылып, файҙалы эштәр менән, хәйерле хәләл ризыҡтар һәм бәрәкәттәр менән үткәрергә насип ит! Ҡаты сир-зәхмәттәрҙән, кеше ҡулдарына тилмереп ҡалыуҙан һаҡла, яман сирҙәрҙән, яман һүҙҙәрҙән, яман күҙҙәрҙән арала! Кәм-хур булып кеше аяғы аҫтына ҡалыуҙан, насар яҡтан кеше телдәренә эләгеүҙән һаҡла! И Раббым, ҡаты фәҡирлектән, аслыҡтан-яланғаслыҡтан, төрмә ғазаптарынан һаҡла, яныу-бешеүҙән, туңыу-өшөүҙән һаҡла!
И Раббым Аллаһ! Ғаиләмә именлек, балаларыма бәхет-тәүфиҡ бир, туғандарым менән татыулыҡта йәшәргә насип ит! Үҙемде, ғаиләмде, балаларымды, нәҫелемде яуыз бәндәләрҙең яуыз ниәт-ғәмәлдәренән, зыян-зәхмәттәренән, мәкер-золомдарынан һаҡла! И Раббым, көтөлмәгән ҡайғы-хәсрәттәрҙән, бала ҡайғыларынан, төрлө һәләкәт-фажиғәләрҙән, дауаһы булмаған ауырыуҙарҙан Үҙең арала!
Йә Раббым Аллаһ! Был яҡты көнөмдә ҡылған доғаларымды, теләгән теләктәремде Үҙеңдең киң Рәхмәтең менән ҡабул ит! Әмиин!
"Тамаша" журналы.