Ғаилә - бер-береңә үҫешергә ярҙам итеү. Береһе аҫҡа һөйрәп, икенсеһе өҫкә һөйрәүҙән файҙа юҡ.
Яңғыҙлыҡтан ҡурҡам тиеүселәр иһә яңғыҙлыҡтан түгел, үҙ-үҙе менән яңғыҙ ҡалыуҙан ҡурҡа.
Бер ҡасан да һуң түгел. Нисә йәштә булыуыңа ҡарамаҫтан, тормошоңдо яҡшыға үҙгәртергә ынтыл.
Хушбуй түгел, аш-һыу эҫе сығып торған өйҙөң ҡото бар.
Башыңа килгән һәр яҡшы уйҙы яҙып ҡуй.
Һүҙеңдә тор.
Ҡолағың ишеткәнгә лә, кеше ауыҙынан сыҡҡан һүҙгә лә ышанма. Үҙ күҙҙәрең менән күргәнгә генә ышан.
Кешенең кем икәнлеген белгең килһә, башҡалар тураһында нимә һәйләүенә иғтибар ит. Күңеле таҙа кеше башҡаларҙы яманламаҫ.
Донъяла ниҙәр барлығы менән ҡыҙыҡһын.
Олоно оло тип бел, кесене кесе тип бел.
Үсегеү ғәҙәтен ташла.
Өйҙә - арыҫлан, тышта ҡуян булма.
Туғандарың тураһында үҙең дә яман һөйләмә, кешенән дә һөйләтмә.
Ғүмер мәңгелек түгел. Бөгөнгө эшеңде иртәнгегә ҡалдырма.
"Ғүмерем бер генә, ҡәҙерен бел генә!" төркөмөнән