Елбәҙәк саҡтарым үткән,
Юҡҡа-барға көймәйем.
Үҙемде кәмһеткәндәрҙе,
Күҙемә лә элмәйем.
Һалмаҡ баҫам,ашыҡмайым,
Ашығыр саҡтар үткән.
Ҡыҙылға ла ҡыҙыҡмайым,
Уңаһы уңған күптән.
Ялтыраған алтын булмай,
Алтындар ҡыҙыҡ түгел.
Бар байлыҡтан ҡәҙерлерәк,
Аҡ аҡыҡ кеүек күңел.
Яңғыҙлығым да ҡурҡытмай,
Яңғыҙлыҡ-түгел мөһөр.
Ишлеме һин,ишһеҙме һин,
Барыбер үтә ғүмер.
Ҡәҙерленән ҡәҙерһеҙгә,
Ҡалаһыларым килмәй.
Ялҡынһыҙ һөйөү утында,
Янаһыларым килмәй.
Мәңгелеккә килмәгәнмен,
Бер йәшәйем донъяла.
Йәшәүҙәр үҙе бәхет ул,
Балалар һау булһалар.
Тамсылап йыйылған бәхет,
Ҡәҙерләһәң ҡәҙерле.
Ялғанға ялғанған хистәр,
Өҙмәһәләр бәғерҙе.
Үкенмәйем,көрһөнмәйем,
Үҙе баһамды беләм.
Тормош тигән диңгеҙҙәрҙә,
Сайпылам да түгеләм.
Еңел-елпе саҡтар үткән,
Буш-юҫыҡҡа көймәйем.
Ҡәҙеремде белмәгәнде,
Мин үҙем дә һөймәйем.
ФӘНИЛӘ ЙӘНДӘҮЛӘТОВА.