Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Иман
15 Июль 2025, 17:37

Балыҡ түгел, ҡармаҡ бир...

Ярҙам төрлөсә була шул


Урманда аҙашҡан малай ҡапыл бер бабайҙы күреп ҡалып, янына ашыҡҡан.
 
- Юлды таба алмайым, - тип илап ебәргән ул. – Ҡурҡам, асыҡтым. Ярҙам итегеҙ миңә.
 
Бабай бер һүҙ ҙә өндәшмәй юлын дауам иткән. Малай уның артынан илай-илай йүгергән: “Ашарыма бирегеҙ, асыҡтым”... Ҡарт иһә ярҙам урынына үҙе еләк-емеш өҙөп ашай башлаған. Илап арыған малай ҙа бер аҙҙан бабайҙан күрмәксе ризыҡланырға тотонған. Икәүләп емеш-еләк йыйып, балыҡ тотоп, көр кәйеф менән ауылға илткән юлға килеп сыҡҡандар.
 
💯Ислам ҡушыуынса, баланы бәләкәйҙән үҙ көсөнә таянырға, кешегә һалышмаҫҡа, һөнәргә өйрәтеп үҫтерергә кәрәк.
 
Халҡыбыҙҙың “Үҙең тапҡан мал булмаһа, атайҙыҡы йәл түгел”, “Ярҙам итәм тиһәң, кешегә балыҡ түгел, ҡармаҡ бир” кеүек әйтемдәре – ҙур һабаҡ.
 
❗Бала ҡаҙанышҡа үҙ көсө менән өлгәшмәй икән, яуланғандың ҡәҙерен белмәйәсәк.
"Рухиәт. Доғалар"

 

Балыҡ түгел, ҡармаҡ бир...
Балыҡ түгел, ҡармаҡ бир...
Автор:
Читайте нас