Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Иман
17 Июль 2025, 04:01

Донъя бит ул

Бына шулай, тормош геометрик теоремаға оҡшап китә.

Йәш саҡта – һин йәшһең, тиҙәр,
Ҡартайғас, ул ҡарт, тиҙәр...
Араһында – ваҡыт бик тар,
Тик уны иҫәр, тиҙәр.
Йәш саҡта дәрт бар, аҡыл аҙ,
Ҡартайһаң аҡыл инә,
Тик, аҡыл менән йәшәргә
Ваҡыт юҡ, ғүмер һүнә.
Эх, был тормош тигәндәре
Яңылыш шул ҡоролған.
Ҡартаймайынса, йәш килеш
Кәрәк ине ҡалырға.
Ашау – тәмле, йәшәү – рәхәт,
Кәүҙә төҙ, ауыҙҙа – теш,
Эх, кәм түгел, йөҙ йыл йәшәп,
Китһәң ине йәш килеш.
(Ф.Шәрипова)

Донъя бит ул
Донъя бит ул
Автор:
Читайте нас