Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Иман
26 Июль 2025, 06:00

Һин дә иң бәхетлеһе булырһың!

Миңә, мәҫәлән күп кәрәкмәй. Һаулыҡ, туғандарым, балаларым иҫәнлеге, бәрәкәтле ризыҡ һәм күңел тыныслығы.

Сир-сырхауҙар урап үтһә,
Ялған-ғәйбәт ҡағылмаһа.
Ҡайғы-хәсрәт күләгәһе
Күҙҙәреңдә сағылмаһа,

Килеп-киткән дуҫ-туғанға,
Ишектәрең ябылмаһа,
Үткәндәрең һағыш булып,
Йөҙҙәреңә яғылмаһа,

Бауыр итең-балаларың,
Әсәйем-,тип өҙөлөп торһа,
Ярҙам ҡулын һуҙыр дуҫың,
Һәр ваҡытта янда булһа,

Өҫтәлеңдән өҙөлмәһә,
Һөтлө сәйең һәм икмәгең,
Шөкөр итеп йәшәй белһәң,
Ҡабул булыр бар теләгең.

Дан-шөһрәттәргә ҡыҙыҡмай,
Йыраҡ торһаң яҙыҡтарҙан.
Иң бәхетлеһе булырһың,
Тормош тигән һуҡмаҡтарҙа.
ФӘНИЛӘ ЙӘНДӘҮЛӘТОВА.

Һин дә иң бәхетлеһе булырһың!
Һин дә иң бәхетлеһе булырһың!
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас