Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Иман
27 Июль 2025, 08:00

ИЗГЕЛЕК ҺӘМ ЯУЫЗЛЫҠ

   

ИЗГЕЛЕК ҺӘМ ЯУЫЗЛЫҠИЗГЕЛЕК ҺӘМ ЯУЫЗЛЫҠ
ИЗГЕЛЕК ҺӘМ ЯУЫЗЛЫҠ

Нимә ул изгелек?
Кеше өсөн, нимә файҙалы - шул изгелек.
Нимә ул яуызлыҡ?
Кешегә нимә зыян килтерә, шул яуызлыҡ Аллаһу Тәғәлә - берҙән-бер Барлыҡҡа килте­реүсе. Изге Ҡөрьәндә әйтел­гән: «Ал­ла - бөтә нәмәне барлыҡҡа кил­тереүсе». Диндә изге эштәр ҡылырға ҡу­­шылған һәм яуызлыҡ эшләү тыйылған.
Яуызлыҡты тыуҙырыу яуызлыҡ булып тормаймы?
Мәҫәлән, шайтан кешеләрҙе хаҡ юлдан яҙҙыра, һәм ул - кешеләрҙең Тамуҡ­ҡа инеүенең сәбәпсеһе лә. Ул сағында шайтанды булдырыу үҙе яуызлыҡ булмаймы?
Яуызлыҡ булып яуызлыҡты булдырыу түгел, ә яуызлыҡты эшләү һанала.
Миҫалға утты алайыҡ. Беҙ утта ашарға бешерәбеҙ, өйҙө йылытабыҙ. Әммә, әгәр ҙә беҙ был «тоғро дуҫ»ҡа ҡулыбыҙ менән тейһәк, ул уны бешерә, ауыртыу һәм ғазап килтерә. Һәм беҙ ҡулыбыҙҙы бешергәндән һуң йәки өй яңғандан һуң, утты табыу - яуызлыҡ тип әйтә алабыҙмы? Юҡ, әлбиттә. Сөнки янғындың сәбәбе - беҙ үҙебеҙ.
Шулай уҡ шайтанды булдырыу. Уны булдырыуҙа яуызлыҡ юҡ. Шайтан кешене яуызлыҡ эшләргә этәрә генә. Кеше үҙ теләге менән уның хөсөттәрен тыңлай йәки кире ҡаға. Яуызлыҡтың нигеҙе шай­­танды булдырыуҙа түгел, ә уның хө­сө­­төнә эйәреүҙә.
Ни өсөн һуң шайтан барлыҡҡа килтерелгән? Уны барлыҡҡа килтереүҙең фәһеме ниҙә?
Был донъяла изге һәм гонаһлы кеше­ләр бер-береһенә йәнәш кенә йәшәй. Нем­руд һәм Ибраһимдар, Фирғәүен һәм Мусалар, Әбү Йәлил һәм Әбү Бәкер­­ҙәр бер-береһенең йәнәшендә йә­шәй, һәм уларҙы бер-бере­һенән айы­рыу анһат тү­гел. Әм­мә ни­сек­тер уларҙы айы­рырға кә­рәк, шуның өсөн дә шайтан булдырылған. Кем уның хө­сө­тө­нә бирелә, шулар һәләк була. Кемдәр, уның нин­дәй яуыз­­лыҡҡа этәреүен иҫтә то­топ, унан сит­ләшә, шулар ерҙәге һы­науҙы үтә­.
Яуызлыҡты булдырыуҙың мәғәнәһе ниҙә?
а) Ҡайһы саҡта беҙ яуызлыҡ тип иҫәп­ләнгән нәмәләр беҙгә, бәлки, шулай тойола ғыналыр. Бөтә нәмә лә Аллаһу Тәғәләнең тәрән аҡылы ята. Беҙгә зыянлы һәм файҙаһыҙ тойолған нәмәләр башҡа кешеләргә кәрәкле һәм файҙалы булыуы мөмкин.
б) Яуызлыҡ изгелектең ни тиклем әһәмиәтле икәнен күрһәтә. Кеше ауырымайынса тороп сәләмәтлгенең ни тик­лем ҡиммәтле икәнен баһалай алмай.
Изгелек менән яуызлыҡҡа нисек ҡарарға?
Бөтә яҡшылыҡ өсөн беҙ Аллаһу Тә­ғә­ләгә рәхмәт әйтергә тейешбеҙ. Әгәр ҙә ин­де яманлыҡ менән осрашһаҡ, беҙ, сабырлыҡ күрһәтеп, унан һаҡланырға тырышырға тейешбеҙ.
Алла изгелекте барлыҡҡа килтергән. Ул нимә өсөн яуызлыҡты булдырған?
Беҙ үҙ ихтыярыбыҙ менән изгелек йә яуызлыҡтың икеһенең береһен һайлайбыҙ. Әммә Алла, беҙ изгелек һайлағанда, беҙҙән ҡәнәғәт, ә инде беҙ яуызлыҡты ҡыуһаҡ, асыулана. Ауырыу, мохтажлыҡ һәм ғазаптар кешегә ул Аллаһу Тәғәләнең ниғмәттәрен баһалаһын өсөн бирелә. Был һынауҙар­ҙы үтеп, кеше ҙур бүләккә лайыҡ була һәм Алла алдында үҙенең дәрә­жә­һен күтәрә.
Дини календарҙан.

Автор:
Читайте нас