

“Аллааһүммә бәәрик ләнәә фиимәә ракзәкотәнәә үә кыйнәә ғазәәбән-нәәр”.
Бәрәкәт килеүенең төп шарты – биргән ниғмәттәре өсөн шөкөр итеп йәшәү. Был күңелең менән генә түгел, телең һәм ғәмәлдәрең менән дә Аллаһты маҡтау һәм Уға рәхмәтле булыу тигән һүҙ. Ашаған-эскән ваҡытта “әлхәмдүлилләһ” – “Аллаһҡа маҡтау булһын” тип әйтеү тел менән шөкөр итеү була һәм шул сәбәпле ризыҡҡа бәрәкәт инә.