Әкиәттәге толпар кеүек ҡатындар бар,
Ҡанатланып, сабып осоп китерлектәр.
Тормош юлын ише менән шулай бергә
Күҙ асып йомғансы елеп үтерлектәр.
Һандуғастай моң даръяһы ҡатындар бар,
Йырҙарынан илерткәндәр, иҫерткәндәр.
Таң атҡансы шашып-янып һайрағандар,
Бер ғүмерҙә ҡырҡ ғүмерҙе кисерткәндәр.
Йөк атындай хеҙмәт иткән ҡатындар бар,
Мәңге аяғөҫтө йоҡлап, сабыр иткән.
Бәйге аттарына ҡыҙмай, көнләшмәйсә,
Үҙ өлөшөн яҙмышы тип ҡабул иткән.
Эт шикелле тоғро йәнле ҡатындар бар,
Киләсәген тик берәүгә бәйләгәндәр.
Өшөһә лә, асыҡһа ла, өйҙө һаҡлап,
Эйәһенең уң ҡулына әйләнгәндәр.
Бесәй һымаҡ йомшаҡ, наҙлы ҡатындар бар,
Мырлап ҡына, йырлап ҡына көн иткәндәр.
Хужаларын тәне менән йылытҡандар,
Ҡыйырһытһаң – тырнаҡтарын күрһәткәндәр.
Балыҡ кеүек өнһөҙ-тынһыҙ ҡатындар бар,
Ғүмер буйы тып-тын ғына йәшәгәндәр.
Алтынмы ул, шымамы ул, ялтырмы ул,
Ауыҙ асып, һүҙҙе ситкә сәсмәгәндәр.
Йылан төҫлө борғоланған ҡатындар бар,
Һығып алған, бығау булып муйынына.
Эй ыҫылдай, теле менән иркәләй ҙә,
Тик эсендә – ағыу, һыуыҡ ҡуйыны ла.
Ҡатын-ҡыҙҙар ана шундай төрлө-төрлө,
Йә ҡояшлы, йә ямғырлы һәр бер көнө.
Булмыштары йәнәш түгел миҙгелдәрме:
Сыуаҡ яҙмы, әллә инде илаҡ көҙмө?
Ир-егттәр ҡулдарында, ҡуйынында –
Ҡатын-ҡыҙҙың осоштары, аймылыштары.
Ер менән күк, һыу менән ут, ҡара һәм аҡ –
Ике заттың үҙе яҙған яҙмыштары.
Зөһрә Ҡотлогилдина.