Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Иман
29 Июль 2025, 02:00

Ошо дүрт нәмә тураһында онотма

Дүрт нәмә кеше һаулығы өсөн зыянлы: күп һөйләү, күп йоҡлау, күп ашау, күп яратыу.

Ошо дүрт нәмә тураһында онотмаОшо дүрт нәмә тураһында онотма
Ошо дүрт нәмә тураһында онотма

Дүрт нәмә тәнде юҡҡа сығара:
— Ҡайғырыу.
— Саманан тыш ашау.
— Даими насар уйлау.
— Төндәрен йоҡламау.

Дүрт нәмә кешене байыта:
— Доға.
— Күп тапҡыр ярлыҡау һорау (Әстәғфируллаһ-әл-Ғазыйм).
— Садаҡа биреү.
— Алланы данлау (Сүбханаллаһ, Әлхәмдүлилләһ, Аллаһу әкбәр).

Дүрт нәмә кешене ярлы итә:
— Көндөҙ йоҡлау.
— Намаҙ уҡыуҙы туҡтатыу.
— Ялҡаулыҡ.
— Ихлас булмау.

Автор:
Читайте нас