Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Иман
2 Август 2025, 08:05

Сәйҙәштәрем

Ял көндәрендә тәмле ҡайнатма менән бергәләп сәй эсәйек!

Өҫтәлдә түңәрәк кенә
Семәрлекәй еҙ батмус,
Сынаяҡ түңкәрә алыр,
Баҫа алыр унда ус
Бары йөрәккә яҡындар,
Бергәләп сәйләгәндәр,
Эс серҙәрен бергә һүтеп,
Бер суҡҡа бәйләгәндәр.
Түңәрәк кенә батмуста
Уймаҡ сирттерәм кемдән,
Яҡын алып кәңәштәрен
Үткәрәм йөрәгемдән?
Еҙ батмустың биттәрендә
Сағыла ниндәй һындар?
Улар өсөн йөҙөм яҡты,
Әйҙә лә һынаһындар.
Еҙ батмусҡа түңкәрелер
Бушанып ҡалған күңел.
Кәсә теҙәм дә уйлайым,
Әлдә мин яңғыҙ түгел.
Бер батмусҡа һыйынышҡан
Матур сынаяҡтарҙай,
Беҙ көнгә бергә бағабыҙ
Төрлө ғәмле саҡтарҙа.
Еҙ батмуста сағылалыр
Күңел имләр һындарым,
Өлөшөмә сыңлап төшкән
Алтындай яҡындарым.

(Гөлнара Хәлфетдинова)

Сәйҙәштәрем
Сәйҙәштәрем
Автор:
Читайте нас