Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Иман
5 Август 2025, 09:00

Ҡуй инде, ышанғы ла килмәй

Был тарихты күптән белгән инәйҙән ишетмәһәм, уйҙырма тип, ҡул ғына һелтәп ҡуйыр инем.  Балаларыбыҙға иман бир! 

Ҡаршылағы быялаһыҙ, тәҙрә ҡапҡастары ҡыйшайған, рәшәткәләре серегән  йорт алдынағы ағас төпһәһенә ҡунаҡлаған бөкөрө ирҙе башлап ҡына күреүем түгел. Өҫтөндәге бысраҡ кейеме, маңлайына тиклем батырып кейгән малахай ишараты, аяғындағы тишек быймалары әллә ҡайҙан уның  бер кемгә кәрәкмәгән әҙәм икәнлеген ҡысҡырып тора. Иртә яҙ булһа ла, был урамға көләс ҡояш та ҡурҡып ҡына ҡараған һымаҡ тойола, кипкән әрем, сүп-сар баҫҡан һарай ишаратының саҡ ҡына һерәйеп күренгән  тәҙрә уйымынан ел иҫкән ыңғайы  әллә ҡояш, әллә ел ашағанлыҡтан инде епкә әйләнә башлаған  ҡатын-ҡыҙ күлдәге елберәп ала.

Туҡһанды ваҡлаған  инәй менән урам алдындағы эскәмйәлә әңгәмәләшеп ултырабыҙ. Хәбәребеҙ күп, көҙҙән бирле осрашыу форсаты теймәне, ҡыҙҙары әсәләрен ҡышҡылыҡҡа үҙҙәренә ҡалаға алып китә. Ер-һыу асылғас, үҙ нигеҙенә ҡайтып, ирәйеп, кәйефе күтәрелеп йөрөгән мәле.

Ҡаршылағы быялаһыҙ, тәҙрә ҡапҡастары ҡыйшайған, рәшәткәләре серегән  йорт алдынағы ағас төпһәһенә ҡунаҡлаған бөкөрө ирҙе башлап ҡына күреүем түгел. Өҫтөндәге бысраҡ кейеме, маңлайына тиклем батырып кейгән малахай ишараты, аяғындағы тишек быймалары әллә ҡайҙан уның  бер кемгә кәрәкмәгән әҙәм икәнлеген ҡысҡырып тора. Иртә яҙ булһа ла, был урамға көләс ҡояш та ҡурҡып ҡына ҡараған һымаҡ тойола, кипкән әрем, сүп-сар баҫҡан һарай ишаратының саҡ ҡына һерәйеп күренгән  тәҙрә уйымынан ел иҫкән ыңғайы  әллә ҡояш, әллә ел ашағанлыҡтан инде епкә әйләнә башлаған  ҡатын-ҡыҙ күлдәге елберәп ала.

  • Мин уның ата-әсәһен яҡшы беләм,- тип башы менән ишараланы инәй. - Бертуған 7 малайҙың кесеһе был. Аталары ныҡ холоҡһоҙ булды, ғүмер буйы ҡатынына көн күрһәтмәне, балаларын да типкеләп йәшәне. Әллә ҡыҙыу, әллә ауырыу - тиктомалға йоҙроғо уйнап торҙо. Һөйләһәң кеше ышанмаҫ, уның ғаиләһенә күрһәткән этлектәрен ишек алдары күҙ алдында булғас, насар ҡылыҡтарын теләмәһәк тә күрергә тура килә ине. Ошо улы тыуған йылды ҡатынын туҡмап, февраль һалҡынында кейемһеҙ урамға сығарып ташлағанын күреп, колхоз рәйесенә хәбәр иттек. Депутат, милиция, район үҙәгенән әллә кемдәр килеп йөрөнө, холоҡһоҙ әҙәм уларҙан ҡурҡырлыҡ түгел ине. Бахыр Сәбиләне туҡмап ҡына үлтерер был тип уйлай инем үҙем дә. Ауыл көтөүен көттө, колхоздың әллә нисә атын йә яндырып, йә туҡмап һәләк итте. Балалары ошондай шартта үҫкәс, холоҡтары менән аталарын ҡабатланы. Был бәләкәсе бигерәк вәхши ине. Бәләкәй саҡтан урлашты, бер ерҙә лә эшләмәне. Бәләкәй саҡта аяғы һынып аҡһаҡ булып ҡалды, шунлыҡтан армияға ла алманылар үҙен. Үҙе типкеләп үҫтергән  малайҙарының беләгенә көс төшкәс, аталарын “теге ваҡыттағы өсөн” тип баласаҡтағы “тәрбиә” өсөн ғазаплағандарына ла шаһит булдыҡ.  Уларҙың йортонда бер ҡасан да ватылмаған ултырғыс, һауыт-һаба, йыһаз булманы. Ҡышҡыһын  аталарын туҡмап һыуыҡ мунсаға бикләгән дә, шул килеш онотҡандар. Өс көндән иҫтәренә төшкән дә бит, ғинуар һыуығына яғылмаған мунсала кем тере ҡалһын?!

Алты малайы ла бер-бер артлы 30 йәшен дә тултырмай үлеп бөттө. Быныһыныңбашы төрмәнән сыҡманы.Ҡайҙалыр йыраҡта ултырғанда әсәһе шул балаһына барырға булды. “Йөрөмә, йыраҡ, унда нимә ҡалған” - тип туҡтатырға тырышһаҡ та , оҙон юлға сыҡты.  Әммә, яуыз йән, үҙ балаһы шунда әсәһен мыҫҡыллаған. Ауылға ҡайтҡас, илай-илай был турала һеңлеһенә һөйләгән.

Ошо ваҡиғанан  һуң ғәрлегенә түҙә алмай, ҡайтыу менән күршебеҙ  һарайға инеп аҫылынған. Был турала һеңлеһе, бәлки һөйләмәҫ тә ине, мәрхүмә оҙон ғына хат яҙып ҡалдырған.

Был тарихты күптән белгән инәйҙән ишетмәһәм, уйҙырма тип, ҡул ғына һелтәп ҡуйыр инем. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йән өшөтөрҙәй бына ошондай  хәлдәр ҙә осрай  тормошта. Был әҙәм аҡтығы ниндәй уйҙар менән йәшәй икән бөгөн. Әсәһе тере булһа күҙенә ҡарай алыр инеме!? Ҡарашым ҡапыл иҫкән елгә елберәгән күлдәк ишаратына төштө. Ул күкрәк һөтө биреп үҫтергән балаһына әллә сәләм, әллә үпкә булып елберләйме икән?

 

Ҡуй инде, ышанғы ла килмәй
Ҡуй инде, ышанғы ла килмәй
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас